Бөтә яңылыҡтар

“Барыһы ла әлегеләй хәтеремдә”

Таҙларҙа йәшәгән Рәйсә инәй Кәримованың да бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Үткән февраль 90 йәшен тултырған Рәйсә инәй асыҡ зиһенле булыуы, яҡшы хәтере менән мине һоҡландырҙы. Йомғаҡ ебен һүткәндәй, алыҫ бала сағына ҡайтып, хәтирәләре менән уртаҡлашты.

“Барыһы ла әлегеләй хәтеремдә”
“Барыһы ла әлегеләй хәтеремдә”

Һуғыш шаңдауы алыҫайған һайын, Бөйөк Еңеүҙең бәҫе арта, баһаһы күтәрелә бара. Беҙгә Еңеү бүләк иткән һуғыш һәм тыл ветерандарының да сафтары һирәгәйҙе... Улар хәҙер беҙҙең хәтирәләрҙә, хәтерҙәребеҙҙә йәшәй. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа күптән инде ҡарт ҡартай, ҡарт өләсәй булып бүлә-бүләсәрҙәрен һөйә. Бәләкәйҙән ауырлыҡтар күреп, күп михнәттәр татып үҫкәнгәме, улар бер ҡасан да тормошҡа зарланмай, барыһына ла шөкөр итеп йәшәй.

Таҙларҙа йәшәгән Рәйсә инәй Кәримованың да бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Үткән февраль 90 йәшен тултырған Рәйсә инәй асыҡ зиһенле булыуы, яҡшы хәтере менән мине һоҡландырҙы. Йомғаҡ ебен һүткәндәй, алыҫ бала сағына ҡайтып, хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Өмбәттән Таҙларға

1934 йыда Өмбәт ауылында Хәҙисә һәм Бәҙри Сырлыбаевтарҙың дүрт балалы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһына 1941 йылдың июнендә үк повестка килә. Күмәкләшеп илашып оҙатып ҡалғандар. Ул ваҡытта һеңлеһе Миңниса – бер нисә айлыҡ, Әмир ағаһы – 10 йәшлек, ҡустыһы Камил дүрт йәшлек булып ҡала. Өмбәттә атайһыҙ бер ҡыш ҡышлайҙар ҙа, бер һыйыр менән башмаҡты етәкләп, әсәһенең тыуған ауылы Таҙларға юлланалар. Булған кейем-һалым, һауыт-һабаны артмаҡлап, йәйәүләп килеп, Зөбәйҙә исемле инәләренә килеп һыйыналар.

Ул ваҡытта бер кем дә буш ятмай, һуғышҡа яраҡһыҙ ирҙәр, ҡарт-ҡоро, бала саға – барыһы ла колхоз эшенә егелә. Әсәләре һауынсы булып  эшкә төшә. Күп тә үтмәй Зөбәйҙә инәләре мәрхүм була. Һуғыштан уның улы ҡайтҡас, Хәҙисә инәй балалары менән ферма өйөнә йәшәргә күсә.

  • Ферма өйөндә ике йыл йәшәгәс, бер бабайҙың келәт бураһын һатып алдыҡ та, Әмир ағайым ағас эшенә оҫта ине, ситән үреп ҙурайтты. Башын һалам менән ябып, һылап, өй сүрәтенә килтереп алдыҡ. Бер урындыҡ булып ятып йоҡлай торғайныҡ, – тип хәтерләй Рәйсә инәй.

Ил күргәнде күреп үҫә

Һуғыш йылдарында ла, Гитлерҙы еңгәс тә, ауыр хәлдә булған илде аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп көс талап ителә. Һигеҙ-ун йәшлек балалар, шулар араһында Рәйсә инәй ҙә, эштәрҙән ситтә ҡалмай. Бесән эшләгәндә ­– тырмала, яҙын көрәк менән баҫыуҙа ер ҡаҙырға йөрөйҙәр.

Рәйсә Бәҙри ҡыҙы 12 йәшендә колхозға эшкә сыға. 1945 йылда хужалыҡҡа 400 баш һарыҡ тәкәһе алып ҡайталар. Үҫмергә шуларҙы ҡарарға тура килә. Аттар етмәү сәбәпле, үгеҙ егеп бесән, һалам ташый. Быуындары ла ҡатмаған ҡыҙ тыңлауһыҙ үгеҙҙәрҙе егеп туғара, туң кәбәндән һалам һәм бесән ҡутарып, санаға тейәй. Ана шулай ил күргән ауырлыҡты ул да үҙенең кескәй иңдәрендә күтәрә.

Үгеҙҙәр менән Иҫәнғол-Таҙлар юлына ҡырсынташ ташыуҙа ла  ҡатнаша ул. Шунда бәхетһеҙлеккә тарый яҙа. Аҙаҡҡы йөктө бушатып ҡайтып килгәнендә, көн эҫеһендә себен-күгәүенгә түҙмәгән үгеҙ ҡапыл сабыулап сығып китә. Был тиҙлектән үгеҙгә егелгән ике тәгәрмәсле тачканың тәгәрмәсе һурылып сығып оса. Рәйсә ҡолап ҡала... Бәхеткә, имгәнмәй, иҫән-һау ҡала.

Һуғыш тамамланһа ла михнәттәр дауам итә

Еңеү тураһындағы һөйөнөслө яңылыҡтан һуң күп тә үтмәй, 1945 йылдың йәйендә аталары ҡайта. Бәҙри Сырлыбаев фронтта яраланыған, снаряд ярсығы маңлайына тейеп, яра урынында соҡор ҡалған була.

Һуғыш тамамланһа ла халыҡ һаман да аслы-туҡлы йәшәй. Рәйсә инәйҙең атаһы менән күрше Ырымбур өлкәһенең Михайловка ауылында йәшәгән Ғәшүрә апаларын үҙҙәренә алып ҡайтыуҙары хәтеренә ныҡ уйылып ҡалған. Йәйәүләп ҡайтырға сыҡҡанда баҫыуҙа һалам өйөмдәрен күреп, башаҡ эҙләргә булалар. Беренсе өйөмдө әйләндергәс тә байтаҡ ҡына башаҡ табалар. Әсәһенең байка шәленә башаҡтарҙы өйөп йыялар. Тоҡтарға һалғас, ике тоҡ самаһы килеп сыға. Шуны өскә бүлеп, атаһы үҙе ауырыраҡ тоҡто күтәрә, ҡыҙҙар бәләкәйерәктәрен артмаҡлап, ауылға йәйәүләп ҡайталар. 11 йәшлек кенә ҡыҙ шул хәтем араны үтеп, Таҙларға ингән ерҙә хәле бөтөп ҡолай. Ярай әле ағаһы белгән кеүек ҡаршы килә, ул хәлһеҙләнгән һылыуын етәкләп, йөгөн күтәреп алып ҡайта.

Һуғыштан һуң күптәр үҙгәреп, икенсе төрлө ҡарашта ҡайта. Атаһы ла Таҙларҙы үҙһенмәй, һал ағыҙыуға эшкә китә һәм күп тә үтмәй икенсе ҡатынға өйләнә. Ә был ваҡытта тәүге ғаиләһендә тағы бер сабыйы тыуа. Булат исемле ҡустылары атаһын хәтерләмәй ҙә. Әсәһе колхоз эшенән бушамағас кескәй Булатты ҡарай апаһы иңенә төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы иркәләп кенә үҫтергән ҡустыһы 11 йәшендә ауырыуҙан мәрхүм була.

Ағаһы атай урынына ҡала

Ғаиләнең төп ҡараусыһы булып ҡалған Әмир ағаһы һуңлап ҡына 20 йәше тулып үткәс кенә хәрби хеҙмәткә алына. Ул ваҡытта егеттәр өсәр йыл хеҙмәт иткән, ә уға өс йыл ярым һалдат һурпаһы эсергә тура килә. Ҡайтҡас та өйләнеү тураһында уйламай, әсәһе һәм туғандары өсөн яңы өй һалырға ниәтләй. Бар ҡушылған эште еренә еткереп, тиҙ арала эшләргә күнеккән егетте колхоз етәкселеге ҡуш ҡуллап тағы эшкә ала. Бер йыл тигәндә урман яҙҙырып алып, Әстәш яғынан буралыҡ ағас йығып һөйрәтеп лып ҡайталар. Көҙгөһөн өйлөк бура әҙер ҙә була. Икенсе көҙгә ғаилә яңы өй туйлап инә.

Әмир ағаһына бала саҡтан уҡ бар ғаилә өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫә. Бар ғүмерен колхозда ағас оҫтаһы булып эшләп үткәргән ағаһын, үҙенән өс йәшкә генә ҙур булһа ла Рәйсә инәй уны өлкән күреп ихтирам итә, әле булһа ла тик йылы һүҙ менән генә иҫкә ала.

Атлай алмай өс ай түшәктә ята

Рәйсә инәй ғүмере буйы ниндәй генә эштә эшләмәй. 16 йәшендә келәттә орлоҡ игенен таҙартыуҙы йөкләйҙәр. Үҙенән ике йәшкә өлкәнерәк Заһита һәм Миңкамал исемле апайҙар менән эшләргә тура килә. Кейемгә ҡытлыҡ булғас, ҡышын да резинкә итектә йөрөргә тура килә. Ғинуар һыуығында ике аҙна келәттә бойҙай таҙартҡас, аяҡтары шешеп китә. Ә бер аҙҙан бөтөнләй атламаҫ була. Ул ваҡытта бөтә ауылға – өс мунса, сиратлап яғып инәләр. Әсәһе мунса яғып, сабындырып та ҡарай, файҙаһы теймәй. Иҫәнғолда дауаханала өс ай түшәктән тора алмай ятып, май айында ғына аяҡҡа баҫа. Шәбәйеп ҡайтҡан ҡыҙ күп тә тормай, ҡыҙҙар менән сеялкала төнгө сменала иген сәсеүгә төшә. Кесе Һүрәм йылғаһы үҙәнен бороп, һыу тирмәне яғына йүнәлтеү эштәрендә лә ҡатнаша. Заманында иң яҡшыһы һаналған был тирмәнгә тирә-яҡ ауылдарҙан килеп, он тарттырыу өсөн сират торғандар.

Ике улы – ике ҡанаты

16 йәшендә үк һоратып килеүселәр булһа ла, әсәһе ауырып китеү сәбәпле, яусыларҙы кире боралар. Әммә яҙмыштың үҙ ҡануны: Күгәрсен ауылынан ҡунаҡҡа килгән Джон исемле егет менән осраштыра. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан йәштәр, күп тә үтмәй өйләнешеп, Күгәрсендә йәшәй башлай. Әсәһен Миңниса һылыуы ҡарап ҡала. Бер-бер артлы улдары Рид һәм Фәрит донъяға килә.

Матур ғына йәшәгән кеүек булһалар ҙа, бейем менән бер йортта йәшәү үҙенекен итә. Ғаилә башлығының үҙ һүҙе булмай, айырым йәшәргә лә уйламағай. Биш йыл тигәндә йәшлек ҡыҙыулығы менән ике улын эйәртеп Таҙларға ҡайтып колхозда эшләй башлай. Тәүҙә төрлө эштәрҙә, аҙаҡ пенсияға сыҡҡансы 17 йыл дауамында халыҡтан һөт йыйып тапшыра. Намыҫлы хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Дөйөм стажы – 41 йыл, әле был иҫәпкә бала сағында эшләгән йылдары инмәгән.

Улдарына яҡшы тәрбиә бирергә тырыша. Иш янына ҡуш булһын тип төндәрен шәлдәр, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй. Ырымбур һәм Һарыҡташ баҙарҙарына алып барып һатырға ла өлгөрә. Балаларын кәм-хур итмәй үҫтерә. Мәле еткәс туйҙар үткәреп өйләндереп.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рид улы 15 йыл элек һәләк булған. Оҫта ҡуллы, бына тигән донъя ҡорған, әсәһенә лә йыш ярҙам итеп торған улын юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Әлеге ваҡытта бәләкәй улы Фәриткә һәм уның ғаиләһенә, Рид улының ҡыҙҙарына бауыр баҫып, уңыштарына ҡыуанып йәшәй Рәйсә инәй.

“Барына шөкөр итеп йәшәйем!”

  • Һуғыш осоро бөгөнгөләй хәтеремдә. Бала сағым ауыр осорға тура килеүенә ҡарамаҫтан, тормош юлым бик матур үтте. Тәүҙә туғандарым, артабан балаларым өсөн тип бар ғүмеремде хеҙмәткә бағышланым. Үкенмәйем. Һынауҙар күп булһа ла, тормошомда бәхетле мәлдәрҙе лә күп кисерҙем. Хоҙай миңә оҙон ғүмер насип иткән. Улым, киленем, ейәндәрем янымда. Бәхет өсөн күп кәрәкмәй, барына шөкөр итеп йәшәйем, – ти һуғыш осоро балаһы, тыл ветераны Рәйсә Бәҙри ҡыҙы Кәримова.  

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор фотоһы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: