Бөтә яңылыҡтар

Гвардеецтың 30 йәше

Беҙҙең илебеҙ Еңеүгә беренсе тапҡыр салют биргәндә Ғәлимйән Ҡанчуринға 30 йәш тула. Фронт юлдары күптән артта ҡала. Сталинград өсөн һуғыш. Паулюстың группаһын ҡамау һәм тар-мар итеү буйынса данлы операцияла ҡатнашыу. Курск дуғаһы, Ҡырым, Белоруссия, Польша, Кенигсберг. Госпиталдәр һәм лазареттар ҙа артта ҡала.

Гвардеецтың 30 йәше
Гвардеецтың 30 йәше

 

Беҙҙең илебеҙ Еңеүгә беренсе тапҡыр салют биргәндә Ғәлимйән Ҡанчуринға 30 йәш тула. Фронт юлдары күптән артта ҡала. Сталинград өсөн һуғыш. Паулюстың группаһын ҡамау һәм тар-мар итеү буйынса данлы операцияла ҡатнашыу. Курск дуғаһы, Ҡырым, Белоруссия, Польша, Кенигсберг. Госпиталдәр һәм лазареттар ҙа артта ҡала. Яралар төҙәлә. Гвардеец, өлкән сержанттың түшендә ордендар һәм миҙалдар балҡый. Алда – туғандар менән оҙаҡ көтөп алынған осрашыуҙар, тыныс хеҙмәт. Әммә был осрашыу бигүк тиҙҙән булмай. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял иткәндән һуң, Ҡанчурин командалыҡ иткән отделениегә саперҙар составында бер аҙға Германия территорияһында ҡалырға тура килә.

Бер ваҡыт отделение Берлин эргәһендәге иген баҫыуҙарын минанан таҙартыуға ебәрелә. Был иһә һуғышҡа тиклем Ғәлимйән эшкәрткән кеүек үк баҫыуҙар, хәҙер көйөк һәм төтөн еҫе, һуғыш еҫе аңҡыған үҙ ҡулдары менән үҫтергән кеүек үк иген була. Бына шул саҡта һалдат тыуған яҡтарын айырыуса һағына.

Ул өйөнән сығып китеүгә ун өс көн тигәндә тәүге һуғышҡа инә. Унан бындай һуғыштар алда бик күп була. Уларҙың береһе лә еңел булмай. Ләкин тылда фәҡәт ҡарт-ҡоролар, ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр генә ҡалыуын, һәр көн улар өсөн дә ошондағы кеүек ауыр үтеүен һалдат бер ҡасан да хәтеренән сығармай. Ғәлимйән фронтҡа китер алдынан трактор йөрөтөргә өйрәткән ҡыҙҙарҙы иҫенә төшөрә. Улар унда ир-атһыҙ нисек эшләйҙәр икән? Трактор уларға ҡулай түгел. Ярай ҙа йөрөтөргә генә булһа. Ә уны нисек ҡыҙҙырып ебәрергә, ҡыҙҙар рукояткаға икәүләп-өсәүләп тотоналарҙыр. Был эш түгел, ҡайтырға кәрәк тип уйлай.

Тыуған ил алдындағы бурыс үтәлә, ләкин һалдаттың ял итергә ваҡыты булмай. Демобилизацияланып ҡайтҡас ул, Ғәлимйән, колхоз идараһына бара, ә яҙын инде тракторға ултыра, һәм яңынан тыуған баҫыуҙа таныш йыр яңғырай.

Бөгөн Ғәлимйән Кастаранович Ҡанчуринға 60 йәш. Сал сәсле, мөләйем йөҙлө, күпте күргән, ләкин үҙенең тормошона бер тапҡыр ҙа зарланмаған был ветеран Яңыбай ауылында йәшәй. Матросов исемендәге колхозда эшләүен дауам итә. Тракторҙы ҡалдырырға тура килгән, әлбиттә, сөнки мина шартлауынан башына алған контузияһы үҙен һиҙҙерә башлай. Ҡышын ул нәҫел үгеҙҙәрен ҡарай, йәйен быҙауҙар көтә. Эштә һәр саҡ һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшә. Уның төркөмөндәге малдарҙан тәүлегенә уртаса 1200 грамға тиклем артым алына. Уның хәрби наградалары байтаҡ. Улар араһында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ла бар. Тыныс хеҙмәттә ул “Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы һәм хеҙмәт батырлығының башҡа билдәләре менән наградлана.

Ғәлимйән Кастаранович Ҡанчуринды ауылдаштары һәм бергә эшләгән иптәштәре тик маҡтап ҡына телгә алалар. Шулай уҡ уның эшенән Матросов исемендәге колхоз идараһы ла ҡәнәғәт.

Д. Ҡадиров, үҙ хәбәрсебеҙ. 

“Октябрь байрағы” гәзите, 1975 йыл.

(район гәзите архивынан).

Теманы дауам итеп...

1915 йылда Яңыбай ауылында донъяға килгән Ғәлимйән Ҡансурин матур тормош юлы үткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙе йәнен аямай һаҡлаға, Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән яугирҙәребеҙҙең береһе ул. Һуғыштан һуң иһә хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем тыуған колхозында эшләй. Ҡатыны Гөлйәүһәр инәй менән матур донъя көтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалары булмай.

Ғәлимйән Ҡансурин фронтта алған яралары һыҙлауына бирешмәй, 93 йәшенә тиклем йәшәп, 2008 йылда вафат булған. Ауылдаштары ветеран хаҡында тик яҡшы хәтирәләр генә һаҡлай.

Фото Яңыбай ауылы китапханаһы архивынан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: