Бөтә яңылыҡтар

“Тарихты онотмағыҙ, ул һеҙгә фәһем булһын!”

Тыл ветераны Мортаза Итбаев ейәндәренә шул һүҙҙәрҙе васыят итеп ҡабатлар булған

“Тарихты онотмағыҙ, ул һеҙгә фәһем булһын!”
“Тарихты онотмағыҙ, ул һеҙгә фәһем булһын!”

Оҙон ғүмерле инәй-олатайҙарыбыҙ – ауылдың ғорурлығы, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө. Эйе, уларҙың ғүмер юлы һикәлтәләрһеҙ үтмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән ауырлыҡтар, яҡындарын юғалтыу әсеһе, аттай егелеп эшләү – былар барыһы ла 90 йәштәрен тултырғандарҙың башынан үткән һынауҙар. Баласаҡтарын ҡәһәрле һуғыш урлаған, сабый саҡтан уҡ аслыҡты күреп, шул йылдарҙағы михнәттәрҙе үҙ иңдәрендә күтәргән, әммә ауырлыҡты еңеп сыҡҡан хөрмәтле ветерандарыбыҙ Итбаев Мортаҙа Мостафа улы, Илтенбаев Яҡуп Сәхиулла улы, Танһыҡҡужин Сафа Шәмсетдин улы  – ауылыбыҙ ғорурлығы. Улар һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илебеҙҙе үҫтереү, яңы тормош төҙөү өсөн көндө төнгә ялғап, ҡара тирен түккән хеҙмәт батырҙары.

Шуныһы үкенесле, ауылдың үткәнен яҡшы белгән, тарихи ваҡиғаларҙың тере шаһиты булған аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Нисек кенә аяныслы булмаһын, улар менән бергә тарих та ергә күмелә. Беҙҙең тыныс тормош өсөн йәнен-тәнен аямаған һуғыш һәм тыл ветерандарын, һуғыштан һуң тыныс тормош ҡороуға йәшлеген, һаулығын сарыф иткән олатай-инәйҙәрҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә ошо ҡаһармандар тураһында һөйләргә тейешбеҙ. Сөнки тарих – мәңгелек!

Минең ҡайным – хеҙмәт һәм тыл ветераны Итбаев Мортаҙа Мостафа улы – һуғыш осоро балаларының иңенә ниндәй ауыр яҙмыш төшһә, шуларҙың барыһын да лайыҡлы күтәргән ауыл аҡһаҡалы. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылағанда ул да үҙенең күркәм 95 йәшлек юбилейын бер ҡыҙы, дүрт улы һәм килене, һигеҙ ейән-ейәнсәре ғаиләләре менән, ун ике бүлә-бүләсәре һөйөүендә, ихтирамында ҡаршылаған булыр ине.

Ҡайныма  балалыҡтан иртә сығырға тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғансы уҡ, 1939 йылдан ауылда көтөү көткән. Мәктәпкә лә һуңлап, туғыҙ йәшендә генә бара. Ауыр, ҡот осҡос  Бөйөк Ватан  һуғышы йылдарында күпме михнәт кисергән улар. Ҡайныма уйнап ҡына йөрөр сағында баҫыу эшкәртергә, көтөү көтөргә, өлкән инәй-апайҙар менән бер рәттән төрлө колхоз эшенә егелергә, Кананикольск урмандарынан ағас ҡырҡып, һал ағыҙырға ла тура килгән. Аслы-туҡлы йөрөгәнгәлер бәлки, ул кәүҙәгә лә артыҡ ҙур булманы. Әммә эшкә шул тиклем шәп булды, донъяһын да гел төҙөк һәм таҙа тотто.  

“Беҙҙең күргән ауырлыҡтар менән сағыштырғанда, бөгөнгө көрсөк тигәндәре нимә ул?! Иң мөһиме – ерҙә тыныслыҡ булһын, табындарҙан ризыҡ өҙөлмәһен. Үткәндәрҙе, тарихты онотмағыҙ, улар һеҙгә һәр саҡ фәһем булһын!”, – тип әйтә торғайны ҡартатай ейәндәренә.

Уның күкрәген “Почет билдәһе” һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордендары биҙәне. Хеҙмәт яланындағы көрәштә яулап алған ул уларҙы. 50 йылдан ашыу ғүмерен ялан батыры хеҙмәтенә бағышлап, "Алдынғы механизатор" исеменә лайыҡ булған. Ә "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" миҙалы менән бүләкләнеүе уның Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индереүе тураһында һөйләй.

Бейемебеҙ Зөһрә Исмәғил ҡыҙы менән матур тормош юлы үттеләр. Улар биш балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биргән кешеләр. Механизатор ирен, дүрт улын таңдан йылы аш әҙерләп, ашатып баҫыу эшенә оҙатып, кисен тәмле һыйҙары менән ҡаршы алған хәстәрлекле әсәй булды. Барыһының да эш кейемдәре бөхтә, таҙа йөрөүө лә күпме көс һәм егәрлелек талап иткән...

Быйыл 94 йәшен билдәләгән ҡәҙерле кешебеҙ – әтейебеҙ, ҡайныбыҙ, ҡартайыбыҙ, ҡарт ҡартатайыбыҙ 3 августа гүр эйәһе булды.  Һуңғы көнөнә тиклем һынатманы тыл ветераны. Мөғжизә шунда: онотолоп уйнар саҡтарында иҫ киткес ауырлыҡтар күтәреп, баштарынан ниҙәр генә үтмәгән хөрмәтле кешебеҙ тынғы белмәй, бик күптәргә үрнәк булып, балаларына терәк булып, тормош иптәше Зөһрә Исмәғил ҡыҙы  менән уның вафатына тиклем дә, артабан ҡыҙы Хәҙисә апай тәрбиәһендә лә матур донъя көтөп йәшәне. Уны барлыҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре, туғандары һәм бөтә Бикбау ауылы халҡы хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты. Ул беҙҙең күңелдәрҙә гел шулай теремек, ихлас булып ҡалыр...

Гүзәл Итбаева, Бикбау ауылы.  

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: