Бөйөк Еңеү килтергән 1945 йылдың майы алыҫлаша барған һайын совет халҡының ҡаны, әсе күҙ йәштәре менән яулап алынған тыныслыҡтың ни тиклем ҡәҙерле булыуын нығыраҡ аңлайбыҙ. Ҡорал күтәреп ил һағына баҫҡан ир-егеттәр, тылда еңеү өсөн бар тырышлығын һалған ҡатын-ҡыҙҙар, өлкәндәр, бала сағаларҙың күпме ауырлыҡтар аша үтеүен күрмәһәк тә, ошо быуын вәкилдәренең йөрәкте һыҡратырлыҡ хәтирәләре аша юғалтыу, ҡайғыларҙың ни тиклем ауыр булыуын тоябыҙ. Беҙ тыныслыҡ яулаусыларҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын күргән һуңғы быуынбыҙ. Шуға ла улар хаҡында мәғлүмәтте туплар, киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ. Айырыуса бөгөн, нацизм ҡабаттан баш осорҙа олатайҙар ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусылар араһында Башҡорт Үргене ауылынан Фәтих Хафиз улы Зариповтың исеме лә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Бөтә ғүмерен халыҡ өсөн эшләүгә бағышлаған ветеран, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2018 йылда гүр эйәһе булды. Улы Шаһибал Зариповтың атаһы тураһында хәтирәләрен баҫабыҙ.
Ҡараш үҙгәрә
Еңеү көнөнөң асылын, ысын мәғәнәһендә күп милләтле илебеҙ халҡының ролен кәметеүселәр, факттарҙы баштүбәнгә әйләндереп күрһәтеүсе сәйәсмәндәр күбәйеп китте. Был күренеш бигерәк тә Көнбайыш илдәрендә, шул иҫәптән быға тиклем беҙҙең СССР эсендә булған Прибалтика илдәрендә, Украина радикалдары ҡотҡоһонда асыҡ күренә. Әле Украинала барған хәлдәр шуға асыҡ дәлил.
Рәсәй халҡының Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшөн һис ваҡытта ла оноторға ярамай, ғорур рәүештә ундайҙарҙың аңына еткереп тороу кәрәк, сөнки ул илдәрҙә йәш быуын ялған идеология аҫтында үҫә. Инде Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла ҡалманы тиерлек.
Еңеү байрамын гел түҙемһеҙлек, ғорурлыҡ менән ҡаршы алған атайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ Зарипов Фәтих Хафиз улы 7 йыл элек вафат булды. Мәктәптәргә барып патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша ине. Үрген ауылынан һуғышта ятып ҡалған яугирҙәр тураһында тулы тарихи яҙмалар әҙерләне, күп кенә материалдарын ҡулланығыҙ, ҡәҙерен белегеҙ, тип таратты. Уның ошо иҫтәлекле материалдарын файҙаланып, күптәр әҫәрҙәр, китаптар яҙҙы.
Атайыбыҙ Фәтих Хафиз улы 1924 йылдың 28 авгусында Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем ауыр осорҙа ете класс ҡына белем алып, һуңынан тракторсылар курсын тамамлай.
“Нисек тылда ҡалаһың...”
Һуғыш башланған ваҡытта ул колхозда тракторҙа эшләп йөрөгән була, шуға күрә уға һәм бергә эшләгән ауылдашы Ҡолтаев Мисбахетдин ағайға тылда ла кеше кәрәк тип, бронь бирәләр. Бөтә ил дошманға ҡаршы яуға күтәрелгән мәлдә нисек итеп тылда эшләп йөрөйһөң инде, ти торғайны атай. 1942 йыл ике тракторсы бергәләп военкоматҡа барып бронде алыуҙарын, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, ғариза яҙып ҡайта. Күп тә үтмәй, икеһен дә фронтҡа оҙаталар.
Тәүҙә көнсығыш сик буйында диңгеҙ пехотаһы сафында, япон агрессорҙарына ҡаршы торған дивизия сафында Тетюха бухтаһында хеҙмәт итергә тура килә уға. Мәскәү алдындағы ҡаты һуғыштарҙа беҙҙең армияның күрһәткән көсө Японияның фронт асыу теләген һүндерә, атайыбыҙҙың дивизияһы 1943 йылдың август айында Калинин (Тверь) өлкәһенә күсерелә һәм Көнбайыш фронттың ҡаты һуғыштарына инеп, Белый, Велич, Дрогобич ҡалаларын азат итә. Белоруссия еренә етеп, күп кенә ауылдарҙы азат итеп барған яуҙа ул ҡаты яралана. 1944 йылдың апрель айында тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Ғүмере хеҙмәттә үтә
Тыңғыһыҙ ветеран ҡайтыуының һигеҙенсе көнөнә “Ҡыҙыл таң” колхозына бригадир ярҙамсыһы булып эшкә сыға.
Артабан белем алыу теләге көслө була, ул йәш балалар менән бергә парта артына ултырып, 1950-1953 йылдарҙа урта мәктәптә уҡый. Дәртләнеп Стәрлетамаҡ пединститутын, Ырымбур пединститутын тамамлай. Юғары белем алғас, Үрген мәктәбендә уҡытыусы, завуч, мәктәп директоры булып эшләй.
1973 йылдан 1984 йылғаса Новопетровск ауыл Советы рәйесе булып хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.
Һуғыш йылдарындағы батырлығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнһә, тыныс тормоштағы фиҙаҡәр хеҙмәте юғары баһаланып, «РФ халыҡ мәғарифы отличнигы», «Социалистик хеҙмәт еңеүсеһе», «Ветеран труда» миҙалдары менән билдәләнә.
1990 йылдан дин юлына баҫа. Ауылда намаҙҙар, аяттар уҡып, йәш быуынға дингә ихтирам уятыу эшендә күп көсөн һала. Районда тәүгеләрҙән булып 2 майҙы туғандарҙы иҫкә алыу көнө итеп иғлан итә. Ауыл халҡы әле лә ул йоланы ономай, өмәгә сығып, зыяратты таҙарта. Был көндә яу яланында ҡалған ауылдаштар ҙа иҫкә алына, аяттар уҡыла.
Тыныс тормош бүләк иткән ветерандар, тылда ялһыҙ эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар, хеҙмәт вахтаһында фронтҡа киткән аталарын алмаштырған, үгеҙ егеп ер һөргән үҫмерҙәр – һәр кемеһе алдында оло бурыслыбыҙ. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаһын ине. Беҙ атайыбыҙҙы беҙ һәр ваҡыт иҫкә алабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ.
Шаһибал ЗАРИПОВ. Иҫәнғол ауылы.