Бөтә яңылыҡтар

“Шөкөр, Хоҙай миңә оҙон ғүмер насип иткән”

Тәү ҡарашҡа 80 йәштән дә артыҡ биреп булмаған был инәйҙең 1927 йылда донъяға килеүен белгәс, һоҡланыуымды йәшерә алманым. Еңел кәүҙә, етеҙ аҙымдар, асыҡ зиһенле булыуы, йор күңеллелеге уны күпкә йәшерәк күрһәтә шул.

“Шөкөр, Хоҙай миңә оҙон ғүмер насип иткән”
“Шөкөр, Хоҙай миңә оҙон ғүмер насип иткән”

Сәғит ауылында йәшәүсе Мәндүҙә Йылҡыбаева быйыл 97 йәшен тултырған. Улы Заһир һәм килене Әлфирә менән үҙенең тыуған нигеҙендә бер-береһенә терәк, кәрәк булып, бына тигән донъя көтөп ғүмер итәләр улар. Ҙур матур йорт, таҙа ишек алды, иркен һарай, йорт ҡаралтылары Йылҡыбаевтарҙың егәрлелеге тураһында асыҡ һөйләй. Мәндүҙә инәйҙе лә йөктән ҡойолоп ҡалған бесәнде өйөштөрөп йөрөгән сағында тап итеп, “Беҙ шул йәшкә етербеҙме, уның кеүек шулай  теремек булырбыҙмы икән?” тигән уй килде башҡа.

Иртә атайһыҙ ҡалған

Мәндүҙә инәй Миңзифа  һәм Ғәлиәс Йылҡыбаевтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып тыуған. Аслыҡ, йот йылы булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәһе ҡыҙҙарын күҙ ҡараһылай һаҡлап тере ҡалдыра алған. Ике йылдан һуң һеңлеһе тыуа. Ҡыҙҙар бер-бер артлы үҫәләр, бик иртә ҡул араһына инәләр. Бәхетле генә йәшәп ятҡанда аяуһыҙ  яҙмыш ҡушыуылыр инде, аталары фажиғәле һәләк була. Әсәләре Миңзифа Шәрәфетдин ҡыҙы ике балаһы менән яңғыҙ ҡала. Атайһыҙ ҡалған балаларға ла, тол ҡатынға ла еңел булмай. Әсәләре колхоз эшенә егелә, ҡыҙҙар ҡатындар, ирҙәр эше тип айырмайынса, булған эштәрҙе эшләй, уға нисек булһа ла ярҙам итергә тырыша.

16 йәшлек бригадир

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Мәндүҙә инәйгә 14 йәш була. Атайһыҙлыҡтың әсе емешен иртә татыған ҡыҙға һуғыш сығыуы тураһындағы хәбәр тағы ла тетрәнеү алып килә. Әсәһе менән ҡайҙа ҡушалар, шунда егелеп эшләргә тура килә уларға.

–Ашарға юҡ, кейәм тиһәң, кейем дә юҡ. Ҡыш көнө ойоҡбаш өҫтөнән сабата кейеп йөрөнөк. Бер күлдәк, өҫтә иҫке тун, кемдәлер бишмәт. Эштән тыш яғырға утын, малға ашатырға бесән әҙерләп өлгөрөр кәрәк. Ашау етмәгәс хәл дә юҡ, сибек булып үҫтек инде, – тип хәтерләй Мәндүҙә инәй.

1942 йылда яңы 15 йәше тулған ҡыҙҙы һоратып киләләр. Юнайҙан һуғыштан яраланып ҡайтҡан Ғилфан исемле егеткә димләп кейәүгә бирәләр. Балалыҡтан да сығып етмәгән ҡыҙ бәләкәй генә өйгә килен булып төшөп, ике бейем менән бергә йәшәй башлай. Ирен фронтовик тип колхозда бригадир эшен йөкмәтәләр. Мәндүҙәнең үҙен дә килен булып төшкәндең икенсе көнөнә үк эшкә алалар.

Инде ғаилә тормошона өйрәнеп бөттөм тигәндә генә ирен ҡабат һуғышҡа алып китәләр. Үҙен фронтҡа киткән ире урынына бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Эш араһында өйҙәге ике бейемде, мал-тыуарҙы ҡарарға ла өлгөрә. “Нисек итеп мине, 16 йәшлек баланы өлкән апай-инәйҙәр, олатайҙар тыңланы икән? Нисек уларҙы эшләтә алдым икән?” – тип аптырай хәҙер Мәндүҙә инәй.

Тыуған ауылына ҡайта

1943 йылда Сәғиттән әсәһе ҡыҙының хәлен белергә килә. Ҡайтып барған саҡта ауылдан бер бабай Миңзифа инәйҙең төйөнсөгөн систереп тикшереп ҡарай, йәнәһе лә бригадир ҡыҙы урлап иген тултырып ҡайтарған, тип уйлай. Төйөнсөктә күстәнәстәр генә һалыныуын күргәс, ҡайтарып ебәрәләр. Күпмелер юл үткәс ул хафалана башлай, әгәр балаһына ялған бәлә таҡһалар, халыҡ дошманы тип төрмәгә ябыуҙары ла бар бит, тип колхоз идаралығына килә һәм тауыш ҡуптара. Балаһын йәлләп үҙе менән Сәғиткә алып ҡайтып китә.

Һуңынан ғына иренең фронтҡа киткәндән һуң күп тә үтмәй һәләк булыуын һәм “ҡара ҡағыҙы” килһә лә уға тапшырмауҙарын ишетәләр. Эшсе ҡулды, яҡшы бригадирҙы юғалтҡылары килмәгән, күрәһең.

Бер ерҙә лә һынатмай

Сәғиткә ҡайтҡас та колхозда төрлө эштә эшләй ул. Һуңынан кладовщик итеп ҡуялар. Ә 1944 йылда Свердловск ҡалаһына ФЗО-ға алып китәләр. Бында ҙур хәрби завод өсөн торф ҡаҙырға тура килә.

  • Эш ауыр булһа ла йәшәү шарттары яҡшы булды, беҙ башҡа ҡыҙҙар менән дөйөм ятаҡта йәшәнек. Норманы артыҡ үтәгәндә икмәкте күберәк бирә торғайнылар. Ауылда аслы-туҡлы йөрөгәндән һуң бында еңелерәк кеүек тойолдо, сөнки һәйбәт ашаттылар. Әммә әсәйемдең, һеңлемдең нисек йәшәүҙәрен уйлап көйөнә торғайным, уларҙы уйлап тамағыма аш үтмәгән саҡтар йыш булды. Ә шулай ҙа беҙҙең эшебеҙ Еңеү өсөнмөһим икәнен аңланыҡ, үҙебеҙҙе йәлләмәй эшләнек, – тип хәтерләй Мәндүҙә инәй.

ФЗО-нан ҡайтҡас кладовщик булып эшкә инә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған колхозында ошо эштә эшләй.

Тормош һынауҙарҙан тора

Еңеү көнө Мәндүҙә инәй һәм башҡа бик күп Совет халҡы өсөн ысын байрамға әйләнә. Кемдер ҡыуаныстан ҡосаҡлашып илай, кемдер көлә.  Оҙайлы һуғыш тамамланыуы хаҡындағы был яҡшы яңылыҡ барыһын да дәртләндереп ебәрә. Алда бер нисә йыл буйы илде һуғыштан һуң аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп эшләргә тура килһә лә, тыныслыҡ килеүе ҙур ҡыуаныс була.

1947 йылда ауылдашы Шәкир исемле егет менән тормош ҡороп ебәрәләр. Бында ла ике бейем – тормош иптәшенең әсәһе һәм өләсәһе менән йәшәп алып китәләр. Икеһе лә колхоз эшендәләр.Йылҡыбаевтар алты балаға, өс ҡыҙ һәм өс малайға ғүмер бүләк иткәндәр. Бейемдәре бер-бер артлы тыуған балаларҙы ҡарарға ярҙам итә.

Ҙур татыу ғаилә булып, тырышып йәшәп кенә ятҡан ваҡытта ғаиләгә ҡайғы килә. Мәндүҙә инәй тол ҡала. Яңғыҙлыҡ ҡайғыһын эш менән баҫа, балаларҙы үҫтерергә, кеше итергә кәрәк бит. Ире менән йыйған донъяны тарҡатмай, малдарҙы кәметмәй, киреһенсә арттырып, балаларын да эшкә өйрәтеп үҫтергән Мәндүҙә Ғәлиәс ҡыҙы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыһы ла урап үтмәй, Тольятти ҡалаһында йәшәүсе Зәкир улын юғалтҡандар. Әсәй өсөн бала өлкәнәйһә лә бала булып ҡала, был юғалтыуҙы ауыр кисерә Мәндүҙә Ғәлиәс ҡыҙы.

Балалары – ғорурлығы

Беҙҙе халыҡ шулай тыйнаҡ бит ул. Эште емертеп эшләһә лә, маҡтанмай, артығын һөйләмәй. Мәндүҙә инәй ҙә тормошо хаҡында бик күп һөйләмәне, балаларын үҫтереп кеше итеүе, уларҙың оло тормош юлында һынатмай йәшәүҙәре менән ғорурланыуы хаҡында әйтеп үтте. Үҙенә бик иртә өлкәнәйергә тура килгәс, балаларын уҡытырға, һәр береһенә һөнәр бирергә тырышҡан әсәйҙәр шулай булалыр инде.Балалары өләсәй-ҡәрсәй, ҡартай  булып бөткәндәр инде. Зәйтүнәһе – Иҫәнғолда, Рәйханаһы – Байышта, Рәсимәһе – Сәғиттә, Зарифы Тольяттиҙа төпләнгән. Заһиры ҡатыны Әлфирә менән төп нигеҙҙә Мәндүҙә инәй менән 33 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Бергәләп балалар үҫтереп, инде ейәндәр һөйәләр.

  • Ҡайһы берҙә ниңә миңә Хоҙай бындай оҙон ғүмер насип итте икән, тип уйлап ҡуям. Тормошомда ауырлыҡтар күп булһа ла, ғүмеремдән бик ҡәнәғәтмен. Балаларым ғына һау булһындар, башҡабала ҡайғылары күрергә тура килмәһен.

Бөгөн йәштәргә матур йәшәр өсөн бөтә шарттар ҙа бар, ауырлыҡтар юҡ тиерлек. Тормоштоң ҡәҙерен белеп, һәр көнгә шөкөр итеп йәшәһендәр ине, – ти күпте күргән Мәндүҙә инәй Йылҡыбаева.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: