Бөтә яңылыҡтар

Бикбирҙеләрҙең дә өлөшө ҙур

Бөйөк Ватан һуғышы Үрге Бикбирҙе ауылын да урап үтмәй. Һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа повесткалар килә башлай. Төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ике генә урамдан торған ауылдан барлығы 41 яугир Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 

Бикбирҙеләрҙең дә өлөшө ҙур
Бикбирҙеләрҙең дә өлөшө ҙур

Ауылдан ил һағына юлланған ир-егеттәрҙең етәүһе – Ильясовтар араһынан.

Хәбибҡолой Ильясов

Араларында иң өлкәне 1901 йылғы Ильясов Хәбибҡолой Ҡорманғол улы була. Ул 1942 йылдың февраль айында фронтҡа юллана.  Курск дуғаһындағы ҡаты алыштарҙа автоматчик һәм санинструктор булған. Ефрейтор Хәбибҡолой Ильясов “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, еңелсә яраланған да. Улар хеҙмәт иткән часть ҡамауға эләгеп, бик күптәр әсирлеккә эләгә. Хәбибҡолой Ҡорманғол улы ла әсирлектең бар ауырлыҡтарын татый. балалары, тормош иптәше Өммөгөлсөм янына ҡайтыу теләге шул тиклем көслө була, шуға ла барыһына ла түҙә.  Мюнхен ҡалаһында үткәргән әсирлек осоронда күп михнәттәр күрергә тура килә. Америкалылар азат иткәдән һуң Америка, англия илдәре аша 1945 йылдың сентябрендә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Үҙе фронтҡа киткәс донъяға килгән улы Урал был ваҡытта өс йәшен тултырып өлгөргән була.

Һуғыштан һуң колхозда эшләгән, молотилка машинисы һәм ҡортсо була.Тормош иптәше менән ун бала үҫтереп,  яҡшы тәрбиә биргәндәр. 1981 йылда вафат булған.

Мөхәмәтфәтих (Фәтих) Ильясов

1914 йылғы Мөхәмәтфәтих Ильясов та 1942 йылда һуғышҡа алынған. Ул хеҙмәт иткән полк Вохов йүнәлешендә дошман менән алышҡан. 1944 йылда ҡаты яраланып ҡайта, “Кесе Һүрәм” колхозында эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу яланында алған яралары  арҡаһында 1947 йылда уҡ мәрхүм булған.

Мөхәммәтдин Ильясов 

1914 йылғы Мөхәммәтдин Мөхәммәтсафа улы  Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Көнсығышта хеҙмәт итә. Хсән күле эргәһендәге һәм Фин һуғышарында ҡатнашҡан. Фронтҡа 1941 йылдың 25 июнендә оҙатылған. Мәскәү ҡалаһының мехколоннаһында уҡсылар ротаһы командиры булып үҙәк фронттың Ржев һәм Волоколамск йүнәлешендә һуғышта ҡатнашҡан. 1942 йылда кесе лейтенант званиеһында ҡаты яралана һәм хәрби хеҙмәткә һаулығы сикле тип табылып тыуған яҡтарына ҡайтарыла. “Кесе һүрәм”, “Яңы юл”, Хоҙайбирҙин, Карл Маркс һәм Чапаев исемендәге колхоздар рәйесе, Ейәнсура партия ойошмаһының ойоштороу һәм ауыл хужалығы бүлектәре мөдире, Иҫәнғол электростанцияһы башлығы, ПМК-325 ойошмаһында склад мөдире булып эшләй. “Почет билдәһе”, “Ватан һуғышы” ордендары менән бүләкләнгән.

Ғәләүетдин Ильясов

1915 йылғы Ғәләүетдин Йәнғолой улы 1941 йылдың июлендә һуғышҡа оҙатылған. 1-се украина фронты составындағы 81-се һәм 52-се атлылар гвардияһы полктарында кавалерист булып дошманға ҡаршы һуғышҡан. “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Берлиды алған өсөн”, миҙалдары һәм “Ватан һуғышы” ордены менән бүләкләнгән. Контузия алған. 1945 йылдың октябрендә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Тәүҙә “Кесе Һүрәм” колхозында төрлө эштә, аҙаҡ райкомда ат ҡараусы булып эшләгән.

Сәғиҙулла Ильясов

1921 йылғы Сәғиулла Сәхиулла улы һуғышҡа тиклем Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, өлкән сержант званиеһында Сталинград һуғышында ҡатнаша һәм ҡаты яралана. Яралары төҙәлгәс Омск ҡалаһына танкистар училищеһына уҡырға ебәрелгән. Уҡып сыҡҡас, ҡабат фронтҡа йүнәлтелә һәм Смоленк ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Белоруссия, Көнсығыш Пруссия ерҙәрен үткән һәм тағы ла ҡаты яраланып госпиталдә оҙаҡ ҡына дауаланған. 1945 йылдың июнендә Үрге Бикбирҙегә ҡайта.

“Ҡыҙыл йондоҙ”, “Ватан һуғышы” ордендары, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Карл Маркс исемендәге колхозда ветврач булып эшләгән.

Солтанғәле Ильясов

Солтанғәле Арыҫлан улы 1924 йылда Үрге Бикбирҙе ауылында тыуған. 1942 йылда фронтҡа китә. Волхов йүнәлешендә алыша. Ике тапҡыр ҡаты яраланған. Һуғыш бөткәс сержант званиеһында ҡайта. Бикбау ауыл советында сәркәтибе була. 1979 йылда вафат булған

Ғилметдин Ильясов

1925 йылғы Ғилметдин Сиражетдин улы ла илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Фронтҡа 1943 йылда оҙатылған. Һуғыш тамамланғансы фронтта була. 1945 йылда ауылына ҡайтып “Кесе Һүрәм” колхозында 1976 йылға тиклем эшләгән.

Ҡасим Янбаевтың “Бикбирҙеләр Бөйөк Ватан һуғышы осорона (1941-1945)” баҫмаһынан.

 

Зөһрә Хәмитова, Буранғол моделле китапханаһы китапханасыһы:

  • Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Еңеү яулаған ветерандар исемлектәрен һәм биографияларын тулыландырыу өҫтөндә эш алып барыла, электрон Хәтер китабы булдырыла. Беҙҙең китапханасылар ҙа был эшкә әүҙем тотондо. Мин Үрге һәм Түбәнге Бикбирҙе ауылы ветерандары исемлеген тултырыу өҫтөндә эшләйем. Бығаса мәғлүмәттәрҙә Бөйөк Ватан һуғышында 41 кеше ҡатнашҡан иҫәпләнә ине. Күп эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә, архив яҙмаларына таянып, Үрге Бикбирҙенән 46 кеше булыуы асыҡланды.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: