Ир менән ҡатынды туйға саҡырғандар. Ҡатын:
– Миңә яңы күлдәк, туфли, алтын сылбыр кәрәк буласаҡ, – тип теҙеп алып киткән.
– Ә миңә? – тип һораған ире.
– Һиңә ябығырға кәрәк, иҫке костюмыңа һыймай башланың бит.
* * *
Балыҡсы ике күнәк балыҡ тотоп йылға буйынан ҡайтып бара. Ҡаршыһына рыбнадзор инспекторы килеп сыға.
– Был тиклем балыҡ тоторға рөхсәт ҡағыҙың бармы? – тип һорай ул балыҡсынан.
– Мин уларҙы тотманым, мин был балыҡтарҙы аҫрайым.
– Нисек?
– Кемдер эт, бесәй, һыйыр тота, ә мин балыҡ аҫрайым. Иртәнсәк йылғаға ебәрәм дә кис барып саҡырһам, улар күнәгемә килеп тулалар. Төнгөлөккө аквариумға ебәрәм.
– Бушты һөйләп торма. Хәҙер һиңә протокол төҙөйбөҙ.
– Ышанмаһаң, әйҙә, күрһәтәм. Хәҙер балыҡтарҙы йылғаға ебәрәм дә кире йыйып алам.
– Әйҙә һуң.
Йылғаға барып, ир күнәктәрен һыуға түңкәргән. Бер аҙ ваҡыт үткән.
Инспектор:
– Йә саҡыр инде.
– Кемде?
– Кемде-кемде. Балыҡтарҙы инде!
– Һин нимә, иҫәрләндеңме әллә?! Ҡасан балыҡты саҡырғандарын күргәнең бар?
* * *
Ике дуҫ бер үк төрлө фатир һатып алғандар. Береһе икенсеһенән һорай:
– Ҡара әле, һин залыңа обой йәбештерҙең бит. Нисә рулон алдың?
– Һигеҙ.
Бер аҙнанан тағы осрашалар:
– Сәләм! Мин бына аңламайым, һинең кеүек үк һигеҙ обой алып, залға йәбештергәйнем икәү артып ҡалды.
– Шулай булырға тейеш тә, минеке лә икәү артып ҡалғайны.
* * *
– Әсәй, ни өсөн беҙҙең атай пеләш?
– Сөнки ул башлы.
– Әсәй, ә һинең сәстәрең ниңә шулай күп?
– Күп һөйләнмә, ашауыңды бел!