Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнап йыр яҙғандар

Республика музыканттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында йыр яҙҙырған

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнап йыр яҙғандар
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнап йыр яҙғандар

Башҡортостандың Салауат ҡалаһынан музыканттар төркөмө Рәсәйҙең махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға арнап йыр яҙҙырған, тип хәбәр итте кисә “Башинформ”. Муниципалитет хакимиәте башлығы Игорь Миронов уларҙың видеоклибын социаль селтәргә һалған.

«Если сила вся в правде, если сила в моей стране,

Значит будет победа и мир на земле.

Оглянуться не успели, не узнали,

Но мы сделали первый шаг.

Мы судьбу свою не выбирали — все было так», — тип йырлайҙар видеороликта.

Салауат ҡалаһы мэры һәммәһен дә мобилизацияланғандарҙы һәм ирекле батальондарҙың һалдаттарын Яңы йыл менән ҡотларға саҡырҙы.

«Барыбыҙҙың да бер генә теләк — тыуған яҡтарығыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Яҡынлашып килгән байрам менән, ир-егеттәр!», — тип яҙҙы Игорь Миронов.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: