Бөтә яңылыҡтар

Ике һунарсы сатлама һыуыҡта урманда юғалған

Уларҙы эҙләү өсөн ҡотҡарыусылар йүнәлтелгән

Ике һунарсы сатлама һыуыҡта урманда юғалған
Ике һунарсы сатлама һыуыҡта урманда юғалған

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Система-112 хеҙмәтенә кисә кис Белорет районында ике ир көндөҙгө сәғәт 3-тә һунар һуҡмаҡтарын тикшерергә китеүе һәм туғандары менән бәйләнешкә сыҡмауы тураһында хәбәр иткәндәр.

Уларҙы эҙләү өсөн ҡотҡарыусылар йүнәлтелгән. Ирҙәрҙе төндә генә тапҡандар һәм урмандан эвакуациялап, туғандарына тапшырғандар.

Фото:госкомитет РБ по ЧС

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: