Башҡортостанда был аҙнаның икенсе яртыһында көндәр яйлап йылытыуы көтөлә. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса кесе йомала, 12 ғинуарҙа, көндөҙ термометр бағаналары –20...–15 градусҡа тиклем күтәреләсәк.
Ғинуарҙың 10-нан 16-һына тиклем көндөҙ иң түбән температура –28 , иң юғарыһы –13 градус, төндә иһә, ярашлы рәүештә, – 34 һәм –15 градус кимәлендә пргонозлана.
Киләһе өс көндә яуым-төшөм көлмәй. Бөгөн 10 ғинуарҙа һауа температураһы –31...–26, урыны менән –21 градус тәшкил итәсәк. Төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан еңелсә ел иҫә.
Шаршамбыла, 11 ғинуарҙа, термометр бағаналары төндә –35...–30 градусҡа тиклем түбәнәйә, урыны менән –40 градусҡа тиклем сатлама һыуыҡтар прогнозлана, көндөҙ –26...–21, урыны менән –16 градус буласаҡ.