-3 °С
Болотло
2023 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙә инвалид балаларҙың ата-әсәһенең береһе, опекуны һәм попечителе 24 өҫтәлмә ял көнө алырға мөмкин. Ярашлы законға президент ҡул ҡуйған, тип яҙа Электрогазета.рф.
Әлеге ваҡытта дүрт кенә өҫтәлмә ял көнө бирелә. Бынан тыш, ҡайһы бер сикләүҙәр бар. Мәҫәлән, ҡулланылмаған ял көндәрен икенсе айға күсерергә йәки йыйып барырға ярамай. Яңы законда иһә ундай мөмкинлек бирелә.
Һәр ял көнө өсөн түләм ата-әсәнең, опекундың йәки попечителдең уртаса бер көнлөк эш хаҡы күләменә тигеҙ.