-3 °С
Болотло
Башҡортостан хөкүмәте хеҙмәткәрҙәргә мохтаж ойошмалар, шулай уҡ талап ителгән һөнәрҙәр исемлеген раҫланы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Раҫланған исемлектә — республиканың 55 предприятиеһы. Улар араһында КүмАПП, БМК, «НефАЗ», «Стеклонит», Туймазы бетон ташыу машиналары заводы, «ОДК-УМПО», «ЕСМ», Салауат химия заводы, «Витязь» машиналар эшләү компанияһы, Росстандарттың төбәк үҙәге һәм башҡа ойошмалар бар.
Талап ителгән 77 һөнәр иҫәбендә — аккумуляторсы, гальваник, кейем бесеүсе, маляр, участка мастеры, крансы, слесарь, термист, токарь, тегенсе һәм башҡалар.