Бөтә яңылыҡтар

Магнитогорск – Ира трассаһы ябыла

Автоюлдың участкаһында хәрәкәт өс сәғәткә туҡтатыла

Магнитогорск – Ира трассаһы ябыла
Магнитогорск – Ира трассаһы ябыла

Башҡортостанда 10 февралдә Магнитогорск – Ира трассаһында бөтә төр транспорт өсөн хәрәкәт туҡтатыла. Республика Дәүләт автоинспекцияһында белдереүҙәренсә, Баймаҡ районындағы 87-89-сы саҡрым тураһында һүҙ бара. Хәрәкәт сәғәт 14.00-дән 17.00-гә тиклем ябыласаҡ. Транспорт хәрәкәте Худолаз известняктар ятҡылығы карьерында шартлатыу эштәре үткәреүгә бәйле сикләнә.

Ведомствола юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙан юлға күпме ваҡыт китеүен һәм маршрутты алдан уйлауҙарын һорайҙар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: