Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада-2020
6 Февраль 2022, 15:15

Беренсе алтын яуланды

Саңғысы Александр Большунов Рәсәйҙең йыйылма командаһына беренсе алтын миҙал килтерҙе

Беренсе алтын яуланды
Беренсе алтын яуланды

Бөгөн Пекинда үткән ҡышҡы Олимпиадала ир-егеттәр скиатлоны – классик һәм ирекле стилдә уҙыш (2х15 км) үтте. Брянск өлкәһе саңғысыһы Александр Большунов 30 км дистанцияла еңеү яуланы. Фигишҡа икенсе булып килеүсе саңғысы ла Рәсәй спортсыһы – Денис Спицов Большуновтан бер минут самаһы артта ҡалды. Өсөнсө урынға финн Иво Нисканен сыҡты, ул Большуновтан теүәл ике минутҡа һуңғараҡ фигниш һыҙығын үтте.

Фото:championat.com

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: