"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Олимпиада-2020
14 Февраль 2022, 13:45

Камила Вәлива Олимпиадала артабан ҡатнашырмы?

CAS фигуристка Камила Вәлиеваның допингы тураһында эш буйынса ҡарар ҡабул итте

Камила Вәлива Олимпиадала артабан ҡатнашырмы?
Камила Вәлива Олимпиадала артабан ҡатнашырмы?

Спорт арбитраж суды (CAS) 15 йәшлек Рәсәй фигуристкаһына Пекиндағы Олимпиада-2022 ярыштарында ҡатнашырға рөхсәт итте. Был хаҡта судтың рәсми хәбәрендә әйтелгән, тип яҙа “Башинформ”. Шулай итеп МОК, ВАДА һәм ISU аппеляциялары кире ҡағылды.

CAS мәғлүмәтендә Камила Вәлиева буйынса ҡарар уның “яҡланған персона” статусынан сығып ҡабул ителеүе күрһәтелгән, сөнки уға 16 йәш тулмаған.

Билдәле булыуынса, 8 февралдә Вәлиеваның 25 декабрҙә ыңғай допинг-тест тапшырыуы билдәле булды. Әммә был Олимпиадала фигуристарҙың команда ярыштарынан һуң асыҡланды. Был датанан һуңғы бөтә тестар ҙа кире һөҙөмтәле булған. Камила Вәлиева, уның тирәләй ҡупҡан янъялға ҡарамай, күнекмәләр үткәргән һәм 15 февралдә башланасаҡ ярыштарға әҙерләнгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: