Бөтә яңылыҡтар

“Ғаилә һөнәрҙә” конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде

Башҡортостан Республикаһының ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы –граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсы еңеүсеһе. Ошо проект сиктәрендә ассоциация һәм проекттың башҡа партнерҙары “Ғаилә һөнәрҙә” хеҙмәт династияларының конкурс иғлан итте. Ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа видеоролик күрһәттеләр. Конкурсҡа республиканың 30 ҡала округынан һәм муниципаль районынан 95 ғариза бирелде. Еңеүселәр исемлегендә районыбыҙ ғаиләләрен күреүебеҙгә шатбыҙ! Уларҙы ҡотлайбыҙ! «ЙӨРӘГЕМДЕ БАЛАЛАРҒА БИРӘМ» номинацияһында (белем биреү өлкәһе)    Иҫәнғол ауылынан: Азаматовтар-Аҫылбаевтар-Рәсүлевтар династияһы; Аҡмановтар династияһы.  «ҒАИЛӘНЕҢ МӘҘӘНИ КОДЫ» номинацияһында (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе белгестәре Мухиндар династияһы, Ишемғол ауылынан.

Башҡортостан Республикаһының ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы –граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсы еңеүсеһе. Ошо проект сиктәрендә ассоциация һәм проекттың башҡа партнерҙары “Ғаилә һөнәрҙә” хеҙмәт династияларының конкурс иғлан итте. Ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа видеоролик күрһәттеләр. Конкурсҡа республиканың 30 ҡала округынан һәм муниципаль районынан 95 ғариза бирелде.

Еңеүселәр исемлегендә районыбыҙ ғаиләләрен күреүебеҙгә шатбыҙ!

Уларҙы ҡотлайбыҙ!
«ЙӨРӘГЕМДЕ БАЛАЛАРҒА БИРӘМ» номинацияһында (белем биреү өлкәһе)   
Иҫәнғол ауылынан:

  • Азаматовтар-Аҫылбаевтар-Рәсүлевтар династияһы;
  • Аҡмановтар династияһы.

 «ҒАИЛӘНЕҢ МӘҘӘНИ КОДЫ» номинацияһында (мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе белгестәре
Мухиндар династияһы, Ишемғол ауылынан.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: