АЛДАҠ!

Социаль селтәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Азат Бадрановтың һәләк булыуы хаҡында хәбәр таралды.

АЛДАҠ!АЛДАҠ!
АЛДАҠ!

Кисәнән бирле интернет селтәрҙәрендә махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тураһында имеш-мимештәр йөрөй. Имеш, Азат Шамил улы операция барышында һәләк булған.

Азат Шамил улының ғаиләһе менән бәйләнешкә инеүе, барыһы ла яҡшы булыуын, имен-аман хеҙмәт итеүе тураһында хәбәр итәлә.

Халыҡтың ялған хәбәр таратыусыларға ышанмауын һорайбыҙ. Аллаһы бойорһа, егеттәребеҙҙе имен-һау ҡаршы алырға яҙһын.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас