Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға газ үткәргән өсөн сығымдары ҡаплана

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға газ үткәреү өсөн сертификаттар тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға газ үткәргән өсөн сығымдары ҡапланаМахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға газ үткәргән өсөн сығымдары ҡаплана
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға газ үткәргән өсөн сығымдары ҡаплана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары өсөн йорттарға газ үткәргән ойошмаларҙың сығымдарын өлөшләтә компенсациялауға сертификаттар менән тәьмин итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Тейешле документ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына, Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса милли гвардияһы яугирҙәренә, йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә, ошо уҡ категорияға ҡараған инвалидтарға һәм күп балалы ғаиләләргә газ үткәреү өсөн сығымдарҙың бер өлөшө кире ҡайтарыла.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас