

5 декабрҙә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мобилизацияланғандарға, уларҙың ҡатындарына, бәлиғ булмаған балаларына, шулай уҡ колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөгән балаларына (23 йәшкә тиклем) бер тапҡыр бирелә торған 20 мең һум тураһында Указға ҡул ҡуйыуы тураһында белдергәйне.
Был тема буйынса мөһим һорауҙарға БЮТ телеканалында үткән брифингта яуап бирҙеләр. Уны ҡарай алмағандар өсөн бөгөн, 6 деабрҙә, 13.20 сәғәттә “Башкортостан 24” телеканалында ҡабатланасаҡ, был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.
Шулай уҡ брифингтың яҙмаһын социаль селтәрҙәрҙә ҡарап була: Башҡортостан хөкүмәте, хеҙмәт министрлығы, Республика менән идара итеү үҙәге.
Мобилизацияланғандарға бер тапҡыр бирелә торған түләү уларҙың аҡсалата тәьминәт алыу өсөн асылған банк иҫәптәренә күсерелә. Ғаиләләргә аҡса мөмкин тиклем ябайлаштырылған тәртиптә бирелә: уларға социаль яҡлау органдары йәки күп функциялы үҙәктәр, йә иһә республика дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза бирергә кәрәк.
Фото:”Башинформ”.