

Бөтә посылкалар ҙа махсус хәрби операция зонаһына алып барып еткерелде. Күптәр өйҙән ебәрелгән шәхси посылкаларын алды һәм туғандарына шылтыратты ла инде, тип хәбәр итте Ейәнсура район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов социаль селтәрҙә. Дислокация урындары башҡа ерҙә булған яугирҙәргә посылкалар аҙағыраҡ барып етәсәк.
Башлыҡ барыһына ла, шул иҫәптән тиҙ алып барып еткергән өсөн “бөркөттәр”гә Илгиз Ш. менән Илшат Р-ға ҙур рәхмәт белдерҙе.
“Бер аҙҙан гуманитар ярҙам йыйыуҙы тағы ойошторасаҡбыҙ, теләүселәр шул уҡ иҫәпкә теләгән ваҡытта аҡса күсерә ала. Беҙҙең егеттәр һораған әйберҙәрҙе һатып аласаҡбыҙ һәм ебәрәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы Д. Юланов.