Комитет яугирҙәрҙең әсәләрен, ҡатындарын һәм яҡындарын берләштерә

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм ата-әсәләре ҡатнашлығында комитет эшләй башланы

Комитет яугирҙәрҙең әсәләрен, ҡатындарын һәм яҡындарын берләштерәКомитет яугирҙәрҙең әсәләрен, ҡатындарын һәм яҡындарын берләштерә
Комитет яугирҙәрҙең әсәләрен, ҡатындарын һәм яҡындарын берләштерә

Башҡортостанда Ватан яугирҙәре ғаиләләренең комитеты эшләй башланы, тип хәбәр итте “Башинформ”. Был хаҡта Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдергән. Активтың составына Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары хәрбиҙәренең хәләл ефеттәре, ата-әсәләре, шулай уҡ «Башҡортостандың халыҡ тылы» инициативалы төркөмө ирекмәндәре ингән. Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдең бөтә төбәктәрендә лә ошондай комитеттар ойошторола.

«Бындай комитеттар яугирҙәрҙең әсәләрен, ҡатындарын һәм яҡындарын берләштерә. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары, шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәрҙә яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр ҙә мөрәжәғәт итә ала. Комитет активы һәм әүҙемселәр тулы бер ярҙам системаһын төҙөй: психологик, юридик ярҙам күрһәтеү, осрашыуҙар», — тип яҙҙы Ленара Иванова.

Комитет әлеге ваҡытта һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә альбом эшләй башлаған, хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән осраша, республика ҡалаларында һәм райондарында күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора.

Фото: "Башинформ".

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас