

Башҡортостандың үҙенең исемле мотоуҡсылар полкы булдырыла. Ирекле формированиелар командирҙары Башҡортостан Башлығына ошондай инициатива менән мөрәжәғәт итте.
“Беҙ был инициативаны, һис шикһеҙ, хуплайбыҙ һәм был полкты формалаштырыуға бәйле бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Беҙҙең яҡтан тулы ярҙам буласаҡ. Полктың етәксе составы буйынса кандидатуралар тәҡдим итеүегеҙҙе һорайым, беҙ Оборона министрлығы менән был мәсьәләлә республиканың фекерен иҫәпкә алыу тураһында килештек. Хәрби комиссариаттың, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һәм хөкүмәттең берҙәм эшләүе кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.