

Күгәрсен ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Әлиә Ҡолоеваның маскировкалау селтәре әҙерләү тәҡдимен совет ағзалары, хатта тотош Күгәрсен халҡы күтәреп ала. Материалға аҡса йыйыу хаҡында иғлан иткәс, ике көн эсендә 30 мең һум йыйыла ла. Хатта икешәр мең күсереүселәр ҙә була. Аҡса мул йыйылғас, күгәрсендәр әҙерҙән 6-ға 4 метрлыҡ ете маскировкалау селтәре һатып алған.
Шулай ҙа ниәтләгән эштәренән дә кире уйламаған улар. Өс волейбол селтәре һатып алып, 17 апрелдә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы селтәр үреү эшен башлап ебәргән. Уларға мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҙур теләк менән ярҙам итә.
Селтәрҙәрҙе 24 апрель юлланасаҡ ылау менән ебәрергә ниәтләйҙәр.