Ейәнсуралар тағы бер яугир яҡташы менән хушлашты

Ейәнсура районы тағы ла бер оло юғалтыу кисерҙе. Башҡорт Үргене ауылында Украинала махсус операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Ҡужәхмәтов Ғәйсәр Ғәни улын һуңғы юлға оҙаттылар

Ейәнсуралар тағы бер яугир яҡташы менән хушлаштыЕйәнсуралар тағы бер яугир яҡташы менән хушлашты
Ейәнсуралар тағы бер яугир яҡташы менән хушлашты



Хәрби хеҙмәтен тәүҙә Екатеринбург ҡалаһында, артабан Чечен Республикаһында үтәгән батыр яугиребеҙ илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда тыныс ҡына ҡала алманы, үҙ теләге менән М.Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны сафтарында ил һаҡларға юлланды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 20 апрелдә пулеметсы булып хеҙмәт иткән Ғайсар Ғәни улының ғүмере өҙөлдө. Ул тыуған ауылы ңбашҡор Үргене зыяратында ерләнде.

Тыныс йоҡла, яугир...

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас