

- Әлбиттә, тәүҙә килгәс тә яу яланында ҡурҡыныс булды, ваҡытыт-ваҡыты менән ер һелкетеп ярылған снаряд тауыштарынан да ҡурҡа инек. Тора бара өйрәнек киттек. Әҙәм балаһы сыҙамлы бит ул, төрлө хәлдәргә яраҡлашып китә. Беҙ ҙә яраҡлаштыҡ. Райондан һәм туғандарымдан килеп торған күстәнәстәр, кәрәк-яраҡтар, кейем-һалым күңелде лә, тәнде лә йылыта. Хаттарҙы уҡып, дәртләнеп китәбеҙ. Яҡындарыңдан ҡырҙа туғанлыҡтың да ҡәҙерен нығыраҡ аңлай башлайһың икән. Һағындыра, әлбиттә. Әммә һуғыштың нимә икәнен үҙ күҙҙәрем менән күргәс, туғандарым хаҡына дошманды еңеп ҡайтырға, иҫән ҡалырға тейешмен тигән маҡсат ҡуйҙым. Беҙ бында барыбыҙ ҙа шундай маҡсат ҡуйғанбыҙ, беҙҙең һуғыш сәмен берәү ҙә һындыра алмаҫ, ә яҡындарыбыҙҙың доғалары һәм теләктәре беҙҙе һаҡлап һәм яҡлап йөрөтөр - ти Заһир исемле яҡташыбыҙ.
Ябай ғына ауыл егете, 9-сы кластан һуң агросәнәғәт колледжында белем алып, тракторист-машинист һөнәрен үҙләштергән. 2017 йылда йәше тулғас Рәсәй хәрби көстәренә хеҙмәткә алынып, намыҫлы хеҙмәт итеп ҡайта. Артабан оло тормошҡа аяҡ баҫып, хеҙмәт юлын «Башнефтегеофизика» йәмғиәтендә күсереп йөрөтмәле сейсмик ҡоролма операторы булып эшләп башлай. Әммә илдә шундай хәлдәр башланғас, Заһир ситтән генә ҡарап күҙәтеп ултыра алмай. Шуға ла ул әлеге ваҡытта тегендә, беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн көрәшә.
Әйткәндәй, контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр 177 берҙәм телефон һандары, шулай уҡ 122 йәки (347) 218-19-19 һандары буйынса Ситуация үҙәгенә, тағы ла урындағы күп фунциялы үҙәккә (МФЦ) мөрәжәғәт итә ала.