Артистарҙы агитбригадаға күсерерҙәрме?

Мобилизацияға эләгеп, Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының артабанғы яҙмышы ниндәй булыр?

Артистарҙы агитбригадаға күсерерҙәрме?Артистарҙы агитбригадаға күсерерҙәрме?
Артистарҙы агитбригадаға күсерерҙәрме?

Бынамын тигән башҡорт егете, бөркөт ҡарашлы, булдыҡлы, оҫта бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың үлем хәбәрен ишетеп, республика халҡы ҡайғыға батты. Социаль селтәрҙәге ҡыҙыҡһыныу ҡатыш аптырап яҙылған комментарийҙар, республиканың Мәҙәниәт Министрлығына булған һорауҙар үҙенекен итте.

Кисә республика башлығы Рәдий Хәбировтың Рәсәй Оборона Министрлығына үтенес менән мөрәжәғәт итеүе билдәле булды. Унда өлөшләтә мобилизацияға эләккән йырсы, бейеүселәрҙе агитбригадаға күсереү һорала.

Илнар Хәтмуллиндың хеҙмәттәштәре республика халҡына видеомөрәжәғәт менән сыҡты. Видеояҙманы түбәндә ҡарай алаһығыҙ.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас