

Танылған йырсы һәм музыкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов — контракт буйынса махсус хәрби операция зонаһында. Был хаҡта «Юлдаш» радиоһына һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.
«Минең яңы вазифам — медвзвод санитары. Яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ мин тулы хәрби әҙерлек үтергә тейешмен: окоптар, марш-бросоктар... Беҙ көн һайын полигонда», — ти артист.
Радик Динәхмәтов халыҡҡа йырсы, «Әлдә һин бар әле донъяла», «Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам» һәм башҡа хиттарҙы башҡарыусы, шулай уҡ флейтасы булараҡ билдәле. Ул 7 аудиоальбом, 4 CD-диск, 4 видеоальбом сығарған. Башҡорт һәм татар шағирҙарының шиғырҙар йыйынтығын төҙөүсе.