Осрашыуҙа ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк: https://vk.cc/cpSJqM. Теркәлеү өсөн форма тултырығыҙ, шунан һуң электрон почтағыҙға трансляциялауға тоташыу өсөн һылтанма килә.Осрашыу 19 сәғәт 30 минутта башлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был төбәк ташламаһы һәм уны тормошҡа ашырыуға 2023 йылда республика бюджетынан 100 миллион һум бүленгән.
Шифаханаға бушлай путевка менән махсус хәрби операция зонаһында булған ирекмәндәр, мобилизацияланғандар, контракт менән хеҙмәт итеүселәр, махсус операция биләмәһендә булған полиция һәм Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре файҙалана ала.
Дауаланыу ваҡыты - 14 көн, туҡланыу - стандарт буйынса.
Программала Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан 13 шифахана ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәренән 8 (347) 218-02-11 телефоны буйынса өҫтәмә һорауҙарға яуап алырға мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан




