“Башҡортостан” полкының пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары үҙҙәренең эшен күрһәтте

...

“Башҡортостан” полкының пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары үҙҙәренең эшен күрһәтте“Башҡортостан” полкының пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары үҙҙәренең эшен күрһәтте
“Башҡортостан” полкының пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары үҙҙәренең эшен күрһәтте

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының “Айғыр” махсус отряды хәрбиҙәре махсус хәрби операция зонаһында пилотһыҙ осоу аппараттары менән нисек эш итеүҙәрен күрһәтте. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, видео “Башҡорт батальоны” телеграм-каналында сығарылған.

Кадрҙарҙа йорттары емерелгән, урамдары бушап ҡалған ҡала күрһәтелә. Артабан осоу аппаратының камераһы хәрби хәрәкәттәр барған территорияны төшөргән. Унда Рәсәй Ҡораллы Көстәре дошман нығытмаларын һәм техникаһын юҡ итеүе күренә.

Видеоклип «Ленинград» төркөмөнөң «Гамаюн» композицияһы менән оҙатыла.

Фото: Эдуард Кускарбеков / "Башинформ".

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас