

Бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. Хәрбиҙәр был наградаға үҙ бурыстарын үтәгәндә батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән өсөн лайыҡ булды.
Бүләкләнеүселәр араһында Ейәнсура районынан “Емеля” ҡушаматлы яугир ҙә бар
– Һеҙгә уңыштар теләйем! Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Беҙ мотлаҡ һеҙгә һәм һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.