

Яңы Петровка ауылынан “Емеля” ҡушаматлы яҡташыбыҙ быйыл яҙ үҙ теләге менән “Ватан” ирекле отряд сафына инеп, махсус операцияға юлланғайны. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө лә инде. Ғаиләһе янына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙ республикалағы юғары наградаларҙың береһе – Миңлеғәле Шайморатов исемендәге миҙалға лайыҡ булды.
Был награда юҡтан ғына тапшырылмаған, “Емеля” оҫта артиллерист булараҡ, яугирҙәрҙең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтында тотоусы гексакоптерҙы атып төшөргән. Баҡһаң, яугирҙәр телендә “Мәскәй әбей” тип йөрөтөлгән был дронға дошмандар, ғәҙәттә, бер нисә снаряд беркетеп ебәрә икән. Шуға ла әгәр беҙҙең “Емеля” уны бәреп төшөрмәһә, ниндәй юғалтыуҙар булыуы билдәһеҙ.
Ә “Емеля”ға килгәндә ул ябай ауыл егете. Оҙаҡ уйлап йөрөгәндән һуң махсус операцияға юлланырға була. Сөнки улар тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп кенә ҡалмай, фажиғәгә осраған туғанының өс балаһы өсөн дә яуаплылыҡ алып, уларҙы үҙҙәренең ҡанаты аҫтына һыйындырған. “Һәр бала тыныс күк йөҙө аҫтында шатланып йәшәргә тейеш”, – ти ғаилә башлығы һәм яугир “Емеля”.
Шундай оло йөрәкле, ҡыйыу яҡташыбыҙ менән тик ғорурланабыҙ һәм ғаиләһе, туғандары янына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.