Һине өйҙә көтәләр

Үҙ теләктәре менән Ватан һағына баҫыусы яҡташтарыбыҙҙың йәнә берәүһе махсус хәрби операцияға юлланды.

Һине өйҙә көтәләрҺине өйҙә көтәләр
Һине өйҙә көтәләр

Әбүләйес биләмәһендә оҙатыу сараһы үтте. Унда ауыл халҡы ҡатнашты. Биләмә башлығы Хөрмәт Ҡотошов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланыусыға хәйерле юл теләп, изге теләктәрен еткерҙе. Биләмә советы депутаты, активистар ҙа сығышында ауылдашының имен әйләнеп ҡайтыуын теләне.

Р.М. үҙ сиратында, илдәге ваҡиғаға битараф ҡала алмауын, махсус хәрби операцияға юлланыу - уйлап ҡабул ителгән ҡарар булыуын әйтте. 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас