"Ҙур рәхмәт, яҡташтар!"

Райондан оҙатылған гуманитар ылау тәғәйен урындарға барып етте.

Махсус хәрби операцияла үҙ теләге менән ҡатнашҡан "Башҡорт" бәйләнешкә сығып, үҙҙәренең йүнәлешендәге егеттәр исеменән посылкалар, гуманитар ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереүен яҙғайныҡ. Йәнә бер видеосәләм килеп етте. Был юлы "Труба" район халҡына шәп бүләк өсөн рәхмәтен еткерҙе. Тап уларҙың йүнәлеше өсөн, яҡташтарҙың үтенесе буйынса ошо автомобиль һатып алынғайны ла инде. 

Әйткәндәй, автомобиль Абзан һәм Әбүләйес биләмәләре халҡы йыйған аҡсаға һатып алынды.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас