УАЗик барып етте

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә республиканан 101-се гуманитар ылау ебәрелде. 20 ноябрҙә юлланған, 17 муниципалитет туплаған ярҙам 34 фургондан һәм 82 кеше торған колоннала барҙы. Улар араһында Иҫәнғол ауылынан ирекмән Ғаяз Ҡолоев та бар ине. Ниһәйәт, йома ылау тәғәйен урынға барып етте.

УАЗик барып еттеУАЗик барып етте
УАЗик барып етте

- Ошо УАЗ автомобилен һатыуға ҡуйыуҙарын күргәс, һатып алырға, алғы һыҙыҡтағы егеттәргә ебәрергә тигән ҡарарға килдем. Сөнки улар зарланырға, һоранырға күнекмәгән. Был ярҙамдың артығы булмаясаҡ, – ти Ғаяз автомобиль алырға ниәтләүе хаҡында.

Ғаяз Ҡолоевтың ниәтен күптәр күтәреп ала. Шулай туғандары, Иҫәнғол ауылының вахта менән эшләгән егеттәре, таксистары, төрлө район ҡалаларҙан таныштары ярҙамында тейешле сумма йыйыла. Хатта өҫтәлмә запас частар, шиналар алыуға ла етә. Әлбиттә, алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ автомобилде “ҡарап алыу” ҙа талап ителә. Уны “Аманат” сервисында һүтеп-йыйып, тигәндәй, Мәҡсүттә иһә буяп, бирәләр. Һәм былар барыһы ла бушлай, ярҙамдан.

- Гуманитар ылауға эләгеү, автомобилде тейәү йәһәтенән район хакимиәте Өфө менән һөйләшеп килеште, – ти ирекмән.

Улар юлға сығыу менән һауа торошо насарланып, ҡайһы бер өлкәләрҙә юлды ябалар. Боҙлауыҡ булғас шәп барыу ҙа мөмкин булмай. Шулай ыҙаланыуға ҡарамаҫтан, изге юлға сығыусылар йома көнө имен-аман барып етте. Ғаяз Ҡолоев Сталин ҡушаматлы яугиргә автомобилде тапшырғас, ике төн егеттәр янында булды. Яҡташтар менән күрешеп, аралашып, колонна менән кире ҡайтыр юлға сыҡты.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас