Осрашыу барышында, беҙҙең заман батыры, балаларға тыуған илде яҡлау, уны яратыуҙың бик мөһим булыуы тураһында һөйләне. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын яуҙырҙылар. Азат ысын күңелдән уларға яуып бирҙе. Шулай уҡ, ул үҙенең бала сағы, мәктәп йылдары, сәнғәт һәм спорт менән шөғөлләнеүе тураһында ихлас һөйләне. Кикбоксинг буйынса район, республика, халыҡ-ара ярыштарҙа алған бик күп грамота, диплом һәм миҙалдары менән таныштырҙы. Сәнғәт өлкәһендә лә уның өлөшө бик ҙур, сөнки ул райондың төп борғо уйнаусыһы, бер парад та беҙҙең батырһыҙ үтмәгән. Армия сафтарынан уңышлы хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Азат беренселәрҙән булып, Тыуған илде һаҡлаусылар рәтенә баҫҡан. Уның сығыштарын тыңлағас, балалар ысын батырҙар беҙҙең арала булыуына ышанды. Батырлыҡ, Тыуған илде һөйөү – ысын батырҙар сифаты икәнен аңланы. Осрашыу аҙағында, Азат балаларҙы яҡшы уҡырға, спорт менән дуҫ булырға, Тыуған илде яратырға, уның тарихын белергә саҡырҙы. Тыныслыҡты теләп, еңеүҙе яҡынайтып, уҡыусылар “Беҙ – тыныслыҡ яҡлы” исемле бик матур гәзит (плакат) эшләнеләр. Һәм батырға бүләк итеп “Беҙҙең армия” йырын башҡарҙылар. Балалар бөтә батырҙарға ныҡлы һаулыҡ, һәм тиҙерәк иҫән-һау, еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләне. Бындай батыр егеттәребеҙ булғанда, беҙҙең күк йөҙө һәр вакыт тыныс булыуына ышанысыбыҙ бик ҙур. Гөбәйҙуллина З.М., Сәйфуллина Ә.Н.