

Ярты йыл махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп, тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Иҫән” Иҫәнғол үҙәк дауаханаһына килеп, етәкселек менән күрешергә лә, редакцияға ла инеп сығырға ла өлгөрҙө.
- Махсус хәрби операцияға юлланырға теләүемде белгәс, ғаиләм ебәрергә теләмәне. Һуңынан күнделәр. Военкоматҡа ла бер нисә тапҡыр барырға тура килде. “Тиҙ ярҙам водителдәре бында ла кәрәк”, – тип бороп ҡайтарҙылар. Шулай ҙа запасҡа ҡуйҙылар. Июнь башында иһә ғаризама ыңғай яуап килде. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы сафтарына инеп, әҙерлек үткәндән һуң, махсус операцияға юлландым, – ти “Иҫән”.
Тегендә лә ул өйрәнгән эшен башҡара – водитель булып хеҙмәт итә икән. Яралылырҙы бер минутты ла әрәм итмәй госпиталгә алып барыу, яугирҙәргә төрлө медикаменттар ҙа алып килеү уның төп бурысы. Ҡайһы саҡта тәүге ярҙам күрһәтеүҙе лә үҙ өҫтөнә алырға тура килә “Иҫәнгә”.
Өлкән сержант яуҙаштары менән блиндажда йәшәй. Йәшәү шарттары еңел булмаһа ла, ғаиләһен, яҡындарын, тыуған яғын һағынһа ла ул барыһы менән дә ҡәнәғәт. Ысын илһөйәр үҙенең шундай аҙымды һайлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашыуына үкенмәй: “Мин унда кәрәгерәкмен!”, – ти “Иҫән”.