Ҡурҡыу белмәҫ "Юна"

25 йәшлек Ейәнсура ҡыҙы махсус операцияла яралыларға ярҙам итә.

Ҡурҡыу белмәҫ "Юна"Ҡурҡыу белмәҫ "Юна"
Ҡурҡыу белмәҫ "Юна"

Бөгөн район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов һәм район советы секретары Рәмил Мырҙабулатов махсус операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан "Юная Юна" позывнойлы ҡыйыу яҡташыбыҙ менән осрашты.

Үткән йылдың сентябрь айында үҙ теләге менән яу яланындағы яугирҙәребеҙгә ярҙамға ашыҡҡан ҡаһарман ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе Луганск өлкәһендә хирург ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 25 йәшлек кенә ҡурҡыу белмәҫ яҡташыбыҙға имен хеҙмәт теләп ҡалабыҙ, сөнки уны өйҙә балалары һәм яҡындары көтә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас