

"Бөркөт " хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһы вәкилдәре Алмаҫ Ейәнбирҙин, Рәис Ирғәлиев, Илшат Әбделғужин бөгөн махсус операциялағы егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам алып барып еткерҙе. Абзан ауылы биләмәһе әҙерләп ебәргән күстәнәстәр менән бергә "Урал" машинаһы өсөн тәгәрмәстәр, маскировкалау селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, медикаменттар тейәлгән микроавтобус имен-аман тейешле урынға барып еткән.
Был "Бөркөт" ойошмаһы вәкилдәренең махсус операциялағы яҡташтарыбыҙға тәүге һәм аҙаҡҡы ярҙамы түгел. Үҙҙәре лә һуғыш михнәттәрен татыған элекке һалдаттар ҡулдарынан килгәнсе яугирҙәргә ярҙам итәләр.