"Күңел йылыбыҙҙы тойһондар"

Сирғол халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ярҙам итеүҙә һәр ваҡытта ла әүҙем ҡатнаша. Улар был юлы ла ситтә ҡалмай, февралдә юлланасаҡ сираттағы гуманитар ылауға үҙ өлөшөн индерәсәк.

"Күңел йылыбыҙҙы тойһондар""Күңел йылыбыҙҙы тойһондар"
"Күңел йылыбыҙҙы тойһондар"

Декабрь айында ауыл чатында Зифа Аҙнағолованан окоп шәмдәре эшләү тәҡдиме баҫыла. Уны хуплаған ауылдаштар байрам осоронда консерва банкаларын ташламай, йыйып барырға һөйләшә. Ауыл старостаһы Илдар Аҙнағолов парафинға заказ бирә.

Һәм бына, ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зилә Степанова, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Фәниә һәм Рәмил Искәнйәровтар 17 ғинуарҙа мәктәп ашханаһында өмә ойошторҙо. Эш ҡайнай: берәүҙәр парафинды ваҡлап бирә, икенселәр уны сәйгүндәрҙә иретә. Ҡатырғаны кәрәгенсә ҡырҡып консерва банкаларына ҡуйғас, өҫтөнә ирегән парафин ҡойола. Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Сирғолдар 10 кг парафиндан окоп шәмдәре әҙерләп, ҙур эште тиҙ арала атҡарып та ҡуйҙы.

– Был шәмдәрҙә йылынған, ризығын йылытҡан яугирҙәр беҙҙең күңел йылыһын да тойһон ине. Әле парафин бөтһә лә, банкалар бар. Тимәк эш дауам итәсәк. Етмәһә, маскировкалау селтәребеҙ ҙә килә ята, – ти сирғолдар алдағы көндәрҙә лә ярҙам әҙерләү дауам итәсәгенә ишаралап.

Әйткәндәй, бөгөн улар йәнә йыйыла.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас