"Өйгә ҡайтып килгәндәй булдыҡ!”

Яугирҙәргә район халҡының ярҙамы барып етте

Алтын – утта, кеше ауырлыҡта һынала, ти халыҡ мәҡәле. Махсус хәрби операция башланыу менән был һүҙҙәрҙең хаҡлығына ҡат-ҡат инандыҡ. 200-ләгән райондашыбыҙ ҡулына ҡорал алып, ил һағына баҫһа, Ейәнсура халҡы уларҙың блиндаж тормошон еңеләйтеү өсөн берләште. Ошо кондәрҙә яугирҙәр йәнә ярҙам алып һөйөндө.

17-се гуманитар ылауҙы район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов үҙе оҙатып барҙы. Әйткәндәй, был уның махсус хәрби операция зонаһына етенсе сәфәре.

- Ейәнсуралар был юлы ла берҙәмлеге менән һөйөндөрҙө. Айырыуса эшҡыуарҙар әүҙем булды. Егеттәрҙең теләктәре, үтенестәре иҫәпкә алынып, барлығы 800 мең һумға яугирҙәр өсөн мөһим булған техник ҡоролмалар һатып алдыҡ. Әйткәндәй, был юлы транспорт сараһынан мотоцикл алып барҙыҡ, – тине Дәмин Марат улы.

Аталған суммаға һатып алынған кәрәк-яраҡтан тыш, егеттәр ғаиләләре, ауылдаштары әҙерләгән исемле посылкаларҙы, уҡыусыларҙың хаттарын, ит, сөсө икмәк һәм башҡа шундай өй йылыһын килтергән күстәнәстәрҙе алды.

Район Советы секретары Рәмил Мырҙабулатов “Бөркөт” ҡораллы бәрелештәр ветерандары берлеге вәкилдәре менән һәр  гуманитар ылауҙы оҙата. Махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәр менән тәүлек әйләнәһенә тигәндәй бәйләнештә булған Рәмил Урал улы уларҙың кәйефен тын алыштарынан белә, тиһәк арттырыу булмаҫ. Был сәфәрҙә унын егеттәрҙең айырыуса күтәренке рухта булыуы һөйөндөргән.

– Егеттәр: “Өйгә ҡайтып килгәндәй булдыҡ!”, тип күстәнәс әҙерләгән, сәләм ебәргән һәр кемгә ҙур рәхмәт әйтеп ҡалды. Әле лә шылтыратып, рәхмәттәрен еткерәләр, – ти Рәмил Урал улы.

Эйе, алғы һыҙыҡтағы егеттәр нимә кисергәнен белмәйбеҙ. Әммә уларҙың көнкүрешен еңеләйтергә, һағыштарын баҫырға һәр кем өлөш индерә ала. Фронт һәм тыл берҙәмлеге еңеүгә илтә!

Ә. Әйүпова.

Фото.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас