Бәхил бул, һалдат...

Бөгөн Ейәнсура халҡы махсус хәрби операцияла башын һалыусы Бикәнов Данис Фәнис улы менән хушлаша...

Бәхил бул, һалдат...Бәхил бул, һалдат...
Бәхил бул, һалдат...

Ҡужабаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда үткән ҡайғы митингыһында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондары хәрби комиссары Ришат Әминев, Яңы Себенле ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Шәйәхмәтов, мәрхүмдең яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары, район халҡы ҡатнашты.

Әлеге минуттарҙа Данис Фәнис улының тыуған ауылы Үрге Мәмбәтша мәҙәниәт йорто алдында хушлашыу митингыһы бара. Һалдат тыуған ауылында ер ҡуйынына тапшырыласаҡ.

Һинең батырлығың алдында баш эйәбеҙ, батыр! Рухың тыныс булһын... Батырлығың өсөн рәхмәт һиңә...

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас