"Бай"ға орден тапшырылды

"Бай" ҡушаматлы яугир йәше барыуға ҡарамаҫтан, үҙ теләге менән ил һағына баҫа.

"Бай"ға орден тапшырылды"Бай"ға орден тапшырылды
"Бай"ға орден тапшырылды

Йәмле май айында,бөтә ил Бөйөк Еңеүҙе билдәләгән көндө "Бай" Шайморатов ордены менән наградаланды. Орденды уға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәил Рамаҙан улы Әбдрәхимов тапшырҙы.

Орден алған олатайҙы үҫмерҙәрҙең йүгереп килеп ҡотлағанын күреү, уларҙың нисек ҡыҙыҡһыныуын күреүҙән күңелдәр тулды. Илһөйәрлек бына ошондай мәлдәр менән тәрбиәләнә лә инде!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас