Рядовой Ҡәйепҡолов Илмир Илдар улы махсус хәрби операцияға уҙған йыл аҙағында үҙ теләге менән юлланған. Тыуған иле алдындағы антына тоғро ҡалып, Тыныслыҡ өсөн башын һалған яугирҙе һуңғы юлға оҙатырға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары военкомы Ришат Әминев, МХОнан ялға ҡайтҡан яҡташтар, "Бөркөт" ойошмаһы вәкилдәре, мәрхүмдең әсәһе Гүзәл Борис ҡыҙы, ҡыҙы Айлина, район халҡы ҡатнашты.
Матәм сараһынан һуң яугирҙе һуңғы төйәгенә - Юлдыбай ауылы зыяратына оҙаттылар.
Илмир Илдар улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Бәхил бул, Илмир! Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын!