Контракт төҙөгәндәргә - 400 мең һум

Ярҙам сараһы саҡырылыш йәки мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынған һәм ошо йылдың 1 майынан 1 сентябренә тиклем Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында килешеү төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла.

Контракт төҙөгәндәргә - 400 мең һумКонтракт төҙөгәндәргә - 400 мең һум
Контракт төҙөгәндәргә - 400 мең һум

Был хаҡта Республика Башлығы Указға 26 апрелдә ҡул ҡуйҙы.

«Контракт төҙөгәндә яҡташтарыбыҙға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләнә. Шуның 205 меңе — Башҡортостандан, 195 мең һумы — Рәсәйҙең Оборона министрлығынан. Бынан тыш, ҡайһы бер муниципалитеттар муниципаль түләүҙәр билдәләне. Өфө лә түләй. Был беҙгә артабан махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәребеҙ менән бәйләнеш тоторға һәм уларға ярҙам итергә мөмкинлек бирә», — тингәйне Радий Фәрит улы оператив кәңәшмәлә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас