“Беҙ бергә!”

Ейәнсура ауылдарында хәйриә концерттары үтә

Ейәнсура ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы райондаштарға ярҙам итеү йәһәтенән күптән инде бер төркөмгә – “Я рядом, брат! Волонтер Зианчура” ирекмәндәр чатына берләшкән. Ил төкөрһә күл була, тигәндәй, бындағы 200-ҙән ашыу кеше яугирҙәрҙең, уларҙың туғандарының үтенестәре буйынса аҡса йыйып, төрлө (махсус ҡоролма булһынмы, кейем-һалыммы йәки дарыуҙармы) кәрәк-яраҡ ебәрә йәки аҡса күсерә килә. Ә күптән түгел ауылдарҙа концерт менән сығыш яһап, йыйылған аҡсаны шулай уҡ ярҙамға йүнәлтергә тип килешелде. Ниәт иткән – моратына еткән, тиҙәр. Әлегә хәйриә концерттары әле Иҙәш һәм Байыш ауылдарында үтте.

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам маҡсатынан ойошторолған был концертта Иҙәш, Байыш, Сәғит, Ағурҙа, Элмәле, Биштирәк, Иҙелбәк, Иҫәнғол, Малиновка, Муйнаҡ ауылдарынан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ үҙешмәкәрҙәр, һәләтле балалар ҡатнашты. Тамашасылар һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙатып, ҡушылып йырлап ултырҙы.

– Алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә беҙҙең рухи һәм матди ярҙам бик мөһим. Шуға ла шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, концертҡа ҡушылырға теләк белдергән һәр әртискә, сығыштарҙы ҡарарға килеп, ярҙамға үҙ өлөшөн индергән тамашасыларға ҙур рәхмәт! – тине сараны ойоштороусыларҙың береһе Ғәли Ғәлимйән улы Күсәрбаев.

Концертҡа хаҡ символик рәүештә 100 һумдан алып тип ҡуйылды. Теләгәндәр махсус ҡумтаға, мөмкинлегенә ҡарап, күберәк сумма ла төшөрҙө. Мәҫәлән, “Үҙемдең улым шунда йөрөй”, тип яугир әсәһе 1000 һум һалып китте.

Әйткәндәй, ике концерттан бергә 20 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Был, бәлки бик ҙур сумма ла түгелдер. Әммә тәүге ҡоймаҡтың төйөнһөҙ булыуы, ирекмәндәрҙең тырышлығы һөҙөмтә биреүе һөйөндөрә. Етмәһә “Я рядом, брат! Волонтер Зианчура” ирекмәндәр чатында теркәлгән, концертҡа килә алмаған ирекмәндәр ҙә ситтә ҡалмай, “Концертҡа билет” тип ярҙамдан аҡса күсерҙе.

Был изге башланғыс дауам итә. Ошо арала был концерт бригадаһы Сәғит һәм Ибрай ауылдарына юлланасаҡ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас