"Бурыс бер - илде һаҡлау"

Башҡорт Үргене ауылынан “Бабай” позывнойлы яугир тәүге көндәрҙән алып алғы һыҙыҡта.

"Бурыс бер  - илде һаҡлау""Бурыс бер  - илде һаҡлау"
"Бурыс бер - илде һаҡлау"

Әрме хеҙмәтенән һуң, 20 генә йәшендә контракт төҙөгән Үрген ауылы егете Таһир Аҙнабаевтың инде Рәсәй хәрби көстәрендә хеҙмәт итеүенә 11 йыл. Махсус хәрби операция башланғас та уларҙың 31-се айырым десант штурмлау бригадаһы тәүгеләрҙән булып ут эсенә ингән. Яҡташыбыҙ шул ваҡыттан алып – алғы һыҙыҡта.

Взвод командиры урынбаҫары булған яҡташыбыҙ әле “Бабай” ҡушаматы аҫтында Херсон йүнәлешендә хеҙмәт итә. Уларҙың взводының бурысы – яу яланынан хәрби техниканы сығарыу. Бығаса хеҙмәттәштәре менән яралыларҙы ла эвакуациялағандар.

“Бабай” контракт буйынса хеҙмәтте һайлағанына һис үкенмәй. Ул блиндаж тормошона, хәрби шарттарҙағы көнкүрешкә күнегеп бөткән. Ил именлеген алғы планға ҡуйған егет ғаилә ҡорорға ашыҡмай.

-Бөгөн илдә тыныслыҡ урынлаштырыу – беренсе урында. Донъялар тынысланғас, шәхси тормошомдо яйға һалырға өлгөрөрмөн. Әлегә бурыс бер – илде һаҡлау! Беҙҙең өсөн бойороҡто үтәп, яуҙаштарҙы һәм техниканы һаҡлау мөһимерәк, – ти хәрби антына тоғро кесе сержант Аҙнабаев.

Ғөмүмән, башҡорттарға баҫалҡылыҡ хас. “Бабай” ҙа шундайҙарҙан, үҙе хаҡында һөйләргә яратмай. Әммә Александр Суворов исемендәге һәм ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнеүе һүҙһеҙ ҙә уның ҡаһарманлығы хаҡында һөйләй.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас