Байыш биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр күп. Улар яҡташтары менән һәр саҡ бәйләнештә. Шуға ла ауылдаштары яугирҙәрҙең тын алышын, уларға нимә талап ителеүен яҡшы белә.
Ошо көндәрҙә биләмә халҡы ярҙамға тағы ла дәррәүерәк тотондо. Әле Биштирәк, Элмәле, Сәғит ауылдары клубтарында маскировкалау селтәре үреү өсөн ҡулайламалар урынлаштырылды. Биләмә халҡы йыйыған аҡсаға махсус сетка, материалдар ҡайтарылған.