“Ай ҡыҙы” контракт төҙөгән

Актриса Эльмира Юлдашева МХО-ға барырға ҡарар иткән

“Ай ҡыҙы” контракт төҙөгән“Ай ҡыҙы” контракт төҙөгән
“Ай ҡыҙы” контракт төҙөгән

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һөйләү жанры артисткаһы Эльмира Юлдашева хәрби хеҙмәткә барырға ҡарар итте. Был хаҡта ул «Башинформ»ға һөйләне. Актриса әйтеүенсә, ул махсус операция бурыстарын туранан-тура алғы һыҙыҡта үтәргә ниәтләй, шуға күрә бөгөн БПЛА операторына уҡый.

– Мин – Тыуған илемдең патриоты. Тыуған илебеҙҙе яҡларға кәрәклегенә шикләнгән ир-егеттәр өсөн өлгө булырға теләйем. Коллегаларым ҡарарымды хуплауына бик шатмын. Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге минең эш урынымды һаҡлап ҡала, – тип хәбәр итте Эльмира.

– Әлбиттә, ныҡ борсолам. Әммә мин көслө кеше, тормошта күп нәмә күрҙем. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Яҡындарыма мине хуплағандары өсөн рәхмәтлемен, – тип һөйләне актриса.

Эльмира Юлдашева республикала «Ай ҡыҙы» беренсе башҡорт сериалының төп героиняһы булараҡ билдәле (режиссеры — Әнүәр Нурмөхәмәтов), шулай уҡ ул Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы.

Фото шәхси архивтан

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас