Илһөйәрлек уның ҡанында

Урта Муйнаҡ ауылы егете Рәмис Атнағолов ғүмерен хәрби хеҙмәт менән бәйләгән

Илһөйәрлек уның ҡанындаИлһөйәрлек уның ҡанында
Илһөйәрлек уның ҡанында

Беҙҙең башҡорт егеттәре бер ҡасан дә ил алдындағы бурысты үтәүҙән, илде һаҡлауҙан ситтә ҡалмаған, илһөйәрлек уларҙың ҡанындалыр. Ата-бабаларыбыҙ ҙа илгә, ергә ҡурҡыныс янағанда ҡоралланып, атҡа атланып илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшкән. Хәҙер ҙә беҙҙең егеттәребеҙ башлыса хәрби хеҙмәттәрен ил сиктәрендә, стратегик объекттарҙа үтә. Был башҡорт егеттәренең сыҙамлы, көслө булыуына, ҡушылған эште еренә еткереп башҡарыуҙарына бәйлелер тип уйлайым.

Урта Муйнаҡ ауылынан Рәмис Рәсүл улы Атнағолов та малай сағынан армия сафтарында хеҙмәт итергә хыяллана. Мәктәптә уҡығанда уҡ һалдат тормошо тураһында фильмдар ҡараған егет, дуҫ малайҙары бер-бер артлы хәрби хеҙмәткә алына башлағас түҙемһеҙләнеп йәше тулыуын көтә. Мәктәпте тамамлап Салауат педагогия колледжында физик культура уҡытыусыһына уҡып сыға, 2013 йылда диплом алғас та хәрби хеҙмәткә алыуҙарын һорап тура военкоматҡа юллана.

Хәрби хеҙмәтен Мәскәү ҡалаһында үтә Рәмис, спецназда хеҙмәт итеүе уның өсөн ауыр булмай. Физик яҡтан сыныҡҡан егеткә нормативтарҙы тапшырыу ҙа еңел бирелә. Ә ете ай хеҙмәт иткәндән һуң ул Оборона министрлығы менән конртакт төҙөп тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләй. Алда уны яуаплы ла, мауыҡтырғыс та, шул уҡ ваҡытта хәүефле лә һалдат тормошо көтә.

Спецназ ғәскәрҙәре Росгвардия тип үҙгәртелгәс, яуаплылыҡ тағы ла арта. 2016, 2018 йылдарҙа Чечен республикаһында хәрби командировкаларҙа булырға тура килә Ейәнсура егетенә. Махсус хәрби операция башланғас та йылдан артыҡ Луганск Халыҡ Республикаһында һәм башҡа нөктәләрҙә хеҙмәт итергә тура килә. Бында һалдат һәм отделение командиры булараҡ нацистарға ҡаршы көрәшеп кенә ҡалмай, ауыр тормош шарттарында ҡалған урындағы халыҡҡа ла ярҙам итәләр: аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, дарыуҙар менән бүлешәләр.

Ә аҙаҡҡы йылын Рәмис Рәсүл улы Сирияла үткәргән. Уның менән тап ошо оҙайлы командировканан ҡайтҡас күрешеп һөйләштек тә инде.  

  • Беҙ тормошҡа зарланабыҙ, шул етмәй, был етмәй тигән булабыҙ. Сирияла саҡта кешеләрҙең шул тиклем насар шарттарҙа ярлы йәшәгәндәрен күреп ҡайтҡандан һуң, тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе. Беҙ уларҙан күпкә байбыҙ, йәшәр өйҙәребеҙ бар, уңайлы шарттар булдырылған, шөкөр итергә генә ҡала. Һалдат тормошон һайлауыма ла бер ҡасан да үкенмәнем. Сөнки мин илем өсөн файҙалы кеше була алдым, армия мине физик яҡтан да, рухи яҡтан да сыныҡтырҙы. Илебеҙҙең бик күп ерҙәрендә һәм шулай уҡ сит илдәрҙә лә булырға тура килде. Кеше өсөн иң мөһиме тыныслыҡтыр, мин шул тыныслыҡты булырырға ярҙам итә алғаным менән бәхетлемен, – ти Рәмис Атнағолов.

Утыҙ бер йәштә булһа ла ғаилә ҡороп өлгөрмәгән әле һалдат. Был эште илдә тыныслыҡ урынлашҡас башҡарырға ниәтләй батыр яҡташыбыҙ. Әйткәндәй, бер йылдан һалдат булараҡ хаҡлы ялға сығыу ваҡыты ла килеп етә. Киләсәктә ул тыуған яҡтарына ҡайтып йорт һалырға йәки фатир алырға, һөйгәне менән йәрәшеп, туйҙар үткәрергә, балалар үҫтерергә хыяллана. Ә әлегә уны хәрби хеҙмәт көтә. Уның араһында бала саҡ хыялы “краплы берет” яулауҙы тормошҡа ашырыу  өсөн бихисап ауыр нормативтар тапшырыу ҙа  бар.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор фотоһы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас