Ҡәләмдәшебеҙ МХО-ла һәләк булды

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡалашабыҙ.

Ҡәләмдәшебеҙ МХО-ла һәләк булдыҠәләмдәшебеҙ МХО-ла һәләк булды
Ҡәләмдәшебеҙ МХО-ла һәләк булды

Башҡорт журналистикаһы ҙур юғалтыу кисерҙе. Махсус хәрби операция барышында хәрби задание үтәгәндә журналист, Бөрө районының «Победа» гәзите баш мөхәррире Винер Йыһаншин һәләк булды.

Винер Йыһаншин 2024 йылдың октябрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө. МХО зонаһына юлланыр алдынан «Башинформ», Ватанды һаҡлау – һәр ир-егеттең бурысы, тип һөйләгәйне журналист.

— Был минең конституцион һәм кешелек бурысым. Бөгөн был нацистар Курскиға баҫып инде, иртәгә минең өйгә килеүҙәре бар, беҙгә уларҙы сығарырға кәрәк. Бөрө егеттәренә, МХО хәрбиҙәренә күп ярҙам иттем, гуманитар ярҙам йыйҙым. Шулай уҡ гәзитебеҙҙәге «Патриот» рубрикаһында ҡаһарман яугирҙар, ирекмәндәр тураһында күп яҙҙым. Ир-егеттең һүҙҙәре уның эштәренә тап килергә тейеш, — тигәйне Винер Фларисович.

Винер Йыһаншин 1964 йылдың 1 ғинуарында Борай районының Ғүмәр ауылында тыуған. 1990 йылда Караганда дәүләт университетының «Филолог. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» специальносе буйынса уҡып сыға. 1997 йылда Бөрө районының «Победа» гәзите редакцияһына хәбәрсе булып эшкә килә. 2016 йылда «Победа» гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзы ағзаһы.

Источник: https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2025-01-15/bash-m-h-rrir-mho-la-l-k-bul-an-4084386?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас